Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
27 Июнь 2025, 14:00

Дим буйлап йөҙәбеҙ

Йәш эшҡыуар Ғәзиз Сираев Дим йылғаһы буйлап ике көнлөк йөҙөү ойоштора

Дим буйлап йөҙәбеҙДим буйлап йөҙәбеҙ
Дим буйлап йөҙәбеҙ

Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса республика муниципалитеттарында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 3300 кәңәшмә уҙғарылған, уларҙа 4300 проект ҡаралған, 697-һе ғәмәлгә ашырылған, 1082 проект ғәмәлгә ашырыу стадияһында. 2024 йылда 12 меңдән ашыу эшҡыуар ярҙам  сараларынан файҙаланған, бизнесҡа ярҙам итеү өсөн 20 әһәмиәтле сара ойошторолған.

Таңды тәбиғәттә ҡаршы алырға, усаҡ янында гитараға ҡушылып йырларға hәм тыңларға, мул һыулы Димгә ҡарап һоҡланырға, яңы тәьҫораттар алырға, тәбиғәт фонында фотоға төшөргә һәм ҡыҙынырға теләйһегеҙ икән — ул сағында һеҙ беҙҙең Бишбүләк районына рәхим итегеҙ. «Туризм hәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә эшҡыуар Ғәзиз Сираев 2023 йылда финанс ярҙамы алған.

— Туристар сәйәхәтте Бишбүләктә осрашыуҙан башлай, артабан уңайлы автобустарҙа йөҙөү башланған урынға алып баралар. Унда hауа тултырылған кәмәләр һәм барлыҡ кәрәк-яраҡтар әҙер, — тип аңлата йөҙөү походтарын ойоштороусы  Ғәзиз Сираев. — Әммә hәр ваҡыт бары тик катамаранда йылға буйлап йөҙөү, тип уйламағыҙ. Беҙҙең программа бик күп төрлө: унда туҡланыу ҙа, күңел асыу саралары ла, шулай уҡ кемпинг өсөн йыhазландырылған зона ла бар, унда ҡатнашыусыларға спальниктар hәм башка поход кәрәк-яраҡтары бирелә. Теләгәндәргә Дүсән ауылында совет дипломаты Кәрим Хәкимов музейына кереп сығырға була. Бер көнлөк йөҙөү яҡынса 19.00 сәғәттә тамамлана. Сәйәхәт өс көн булғанда, йөҙөүселәр палаткаларҙа ҡуна ала. Икенсе көндә беҙ иртәнге  11.00-ҙән башлап, ашап алыу өсөн 14.00 сәғәттә бер аҙ туҡталып, 18.00 сәғәткә ҡәҙәр юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

Барыһы ла бик ябай. Тәбиғәт ҡосағында релакс тураһында хыялланыусылар өсөн whatsapp та махсус төркөм булдырылған, унда бараһы тураһында фекер алышалар. Был бик еңел башҡарыла, сөнки ҡатнашыусыларҙың күбеһендә походты ойоштороуға бәйле һорауҙар тыуа: ике көнлөк турға нимәләр индерелгән, кәрәкле әйберҙәр исемлеге, нимә кейергә һәм башҡа нескәлектәр. «Под ключ» — трансфер хеҙмәттәренең тулы пакеты тәҡдим ителә, ялан кухняһы, хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе һәм тәбиғәттә булыуҙан кинәнес алырға ярҙам итәсәк тәжрибәле инструктор; уңайлы кәмәләр, ҡотҡарыу жилеттары, катамарандар, сапбордтар, рафттар hәм барлыҡ кәрәкле әйберҙәр. Һеҙҙе яр буйында ял итеү hәм пикник өсөн уңайлы урындар көтә.

Йөҙөү тураһында һөйләгәндә, кешеләр тау йылғаларын — Бөрйән, Елем, Инйәр, Нөгөш hәм башҡа урындарҙы күҙ алдына килтерә. Беренсенән, улар Бишбүләк районынан йыраҡ, икенсенән, ауыл халҡы өсөн ҡиммәт.

— Эшебеҙҙең төп маҡсаты — үҙ кешеләребеҙгә уңайлы сәйәхәт итеү, аҙ ғына суммаға һыу мажараларынан йәнгә рәхәтлек алыу, — ти Ғәзиз. — Дим инде бер нисә мең йылдар аҡһа ла, йылға буйлап йөҙөү булмаған. Тау йылғаларында булғандар белә, йәй уртаһында унда һыу кәмей һәм маршруттың күп өлөшөн кәмәне күтәреп йөрөргә кәрәк. Яҙғыһын көслө ағым була, hәр кем дә, бигерәк тә балалар менән булғандар йөҙөргә батырсылыҡ итмәй, ә Дим тыныс йылға. Беҙ тағын экологик миссия үтәйбеҙ, Дим йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Айытта туҡталыш урынында өҫтәлдәр, эскәмйәләр ҡуйҙыҡ, мангал зонаһы, бәҙрәф бар. 

Ғәзиз Рифғәт улы Башҡортостандың барлыҡ тау йылғаларында ла тиерлек булғанын hәм йөҙөү ваҡытында килеп тыуған барлыҡ проблемаларҙы иҫәпкә алып, уларҙы хәл итеү өсөн көс һалғанын һөйләне. Ул, ошо һыу маршруттарын уҙыу буйынса үҙ тәжрибәһенә таянып, йөҙөүҙе максималь рәүештә уңайлы итергә ынтыла. Әлеге ял итеү төрөнөң популярлығы арта бара. Мәҫәлән, уҙған йылда, «Бишбалыҡ» фестиваленән һуң июль айында ғына йөҙөүҙәр старт алыуға ҡарамаҫтан, уларҙа 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Быйыл иһә йөҙөүселәр һаны 100 кешегә еткән. Йөҙөү тураһындағы барлыҡ мәғлүмәтте В Контактеның «Сплав по р. Дема» төркөмөндә табырға мөмкин. Бит даими рәүештә яңы фотография hәм видеолар менән тулыланып тора.

— Ошо көндәрҙә генә көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, йылға буйлап йөҙөү ойошторорға булдыҡ, беҙ ҡурыҡманыҡ! — тип һөйләй Ғәзиз. — Беҙ мажараларға әҙер инек, hәм йөҙөү команданың батырлығы hәм рухына ысын һынау булды! Һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, беҙ катамарандарға ултырҙыҡ. Беҙ ярҙан ҡуҙғалып китеү менән, ямғыр ҙа ҡапыл туҡтаны. Күк йөҙө аяҙып, яҡты ҡояш балҡыны. Был тылсым кеүек булды —тәбиғәт беҙҙе батырлығыбыҙ өсөн бүләкләргә булғандыр! Һәр миҙгел адреналин менән ине: беҙ ағым менән көрәштек, көлдөк hәм шатлығыбыҙҙан ҡысҡырҙыҡ! Беҙ үҙебеҙҙе имен, ирекле hәм бәхетле итеп хис иттек! Ошо онотолмаҫлыҡ көндә беҙҙең менән булған һәр кемгә рәхмәтлемен. 15 кешенән торған фекерҙәштәр, дуҫтар йәки туғандар командаһын йыйығыҙ, hәм Сираев командаһы һеҙҙең өсөн уңайлы, онотолмаҫлыҡ сара ойошторасаҡ.

Галина ВАРИКОВА. 

Йөҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе Фирая Ғәлиева:

- Был саралар беҙгә берләшергә ярҙам итә, командабыҙҙы нығыта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙең төркөмдә осраҡлы кешеләр юҡ: улар тыуған еребеҙҙең тәбиғәтен ысынлап яратыусылар, туристар hәм аралашыусан, асыҡ күңелле кешеләр. Минең уйлауымса, ысын етәкселәргә бындай сифаттар кешеләрҙе яҡшыраҡ аңларға hәм үҙәкләштерелгән оптималь ҡарарҙар ҡабул итeргә ярҙам итә. Беҙҙең коллегага hәм уның ғаиләһенә йылы ҡабул итеүҙәре өсөн ҙур рeхмeт! Беҙ тәбиғәтте ошондай команда сараларын ойоштороуҙа ҡатнашҡаны өсөн дәүләт һәм муниципаль идара кафедраһына рәхмәтле!

Дим буйлап йөҙәбеҙ
Дим буйлап йөҙәбеҙ
Дим буйлап йөҙәбеҙ
Дим буйлап йөҙәбеҙ
Дим буйлап йөҙәбеҙ
Автор:
Читайте нас