Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
27 Июня 2025, 07:28

Йәш экологтарҙың слеты үтте

Йәш экологтарҙың һәм мәктәп урман хужалыҡтары ағзаларының XXVIII Республика слет-конкурсы үтте.

Йәш экологтарҙың слеты үттеЙәш экологтарҙың слеты үтте
Йәш экологтарҙың слеты үтте

2025 йылдың 21-23 июнендә Башҡортостан Республикаһында йәш экологтарҙың һәм урмансыларҙың XXXII Республика слет-конкурсы үтте. Был сараға республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән 12 йәш экологтар командаһы һәм республиканың 19 муниципалитетынан 8 мәктәп урмансылығы ағзалары йыйылды. 

Унда Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенең «Березка» мәктәп урмансылығы командаһы ла ҡатнашҡан. Өс көн барған бәйгелә 11-се класс уҡыусылары Вәлиева Елизавета, Мөхтәсимова Дилара, 8-се класс уҡыусылары Сәйетғәлиев Данияр, Вәхитов Тимур үҙҙәренең белемдәрен, оҫталыҡтарын күрһәтеп, Бишбүләк командаһы 2-се урынға лайыҡ булған. 

Шулай уҡ слет сиктәрендә «Экорост» республика йәштәр экологик гәзите редакцияһы үткәргән экологик баҫмалар конкурсында уҡыусылар еңеү яулаған. "Березка" мәктәп урмансылығы етәксеһе, башланғыс кластар уҡытыусыһы Арыҫланова Гүзәл Миңлевәзир ҡыҙы ла Рәхмәт хатына лайыҡ булған.  

https://vk.com/public202087847?w=wall-202087847_2215

Йәш экологтарҙың слеты үтте
Йәш экологтарҙың слеты үтте
Йәш экологтарҙың слеты үтте
Йәш экологтарҙың слеты үтте
Автор:
Читайте нас