Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
28 Июня 2025, 18:01

Йәштәр үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа

Бәләбәй механизация hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалында дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте

Йәштәр үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫаЙәштәр үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа
Йәштәр үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа

Был көндө колледжды тамамлаған 109 сығарылыш уҡыусыһы өсөн ҡотлауҙар яңғыраны! Кисә улар ошо уҡыу йортонда белем алыусы студенттар булһа, ә бөгөн инде сығарылыш уҡыусылары. Зачет-имтихандар, курстар, практикалар һәм демонстрацион имтихандар тапшырыуға бәйле мәлдәр артта ҡалған! Ә быларҙың барыһы ла киләсәктә үҙ эшеңдә профессионал булыу өсөн!

Дипломдар тапшырыу – уҡыусылар тормошондағы иң тулҡынландырғыс ваҡиғаларҙың береһе. Бишбүләк ауылы филиалы етәксеһе Р.З. Әфләтунов сығарылыш уҡыусыларына өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте, йәш белгестәрҙе колледжды тамамлауҙары менән ҡотланы, уларға уңыштар һәм профессиональ уңыштар теләне. Тантаналы сарала шулай уҡ хәкимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары А.А. Данилов ҡотланы. Сығарылыш уҡыусылары яратҡан уҡытыусыларына педагогик хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, сәскәләр бүләк итте, күмәкләп фотоға төштө. 

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр! 

https://vk.com/public95382440

Йәштәр үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа
Йәштәр үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа
Йәштәр үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа
Йәштәр үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа
Автор:
Читайте нас