

Модератор булып Дәүләт думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы һәм Башҡортостан Республикаһында "Сәләмәт киләсәк" федераль проекты координаторы Римма Үтәшева сығыш яһаны. Фекер алышыу барышында БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һәм БДМУ проректоры, БДМУ Клиникаһының баш табибы Әнүәр Бакиров үҙ ойошмаларының эшмәкәрлеге һәм ғәмәлдәге ҡануниәт нормалары тураһында һөйләне.
Фекер алышыуҙың төп мәсьәләләре: МХО-ла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау һәм дауаханаға һалыу, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн балалар шифаханаларында дауаланыуға ташламалар, медицина страховкаһы һәм махсуслаштырылған ярҙам.
Римма Үтәшева билдәләүенсә, МХО шарттарында республиканың бөтә медицина учреждениелары, шул иҫәптән үҙәк һәм район дауаханалары, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы медицина һәм психологик ярҙам күрһәтә.
Гөлнара Зиннурова министрлыҡтың барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе контролдә тотоуын, госпитализация ойоштороуын һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүен, шул иҫәптән бушлай стоматология ярҙамын һәм балалар өсөн шифаханаларға путевкалар менән тәьмин итеүен билдәләне.
Әнүәр Бакиров, Башҡорт дәүләт медицина университеты дауаханалар, социаль фондтар һәм хәрби комиссариаттар менән яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү менән бәйле мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү өсөн әүҙем хеҙмәттәшлек итә, тип өҫтәне.
Айырыуса иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренең психик һаулығына йүнәлтелә. Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһының баш табибы Сергей Бойцов бындай ғаиләләр өсөн, айырыуса ата-әсәләрҙең береһе йәки икеһе лә махсус операцияла ҡатнашҡан осраҡта, психологик ярҙам кәрәклеген билдәләне.
Сара МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың яҡындарын медицина менән тәьмин итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү, шулай уҡ күрһәтелгән ярҙамды яҡшыртыу буйынса ҡарарҙар әҙерләү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора.
Фото: "Дружба" гәзите.