Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
4 Июль 2025, 05:11

Башҡортостанда "Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" хәйрия акцияһы башлана

Изгелек марафоны 15 нче тапкыр уздырыла

Башҡортостанда "Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" хәйрия акцияһы башланаБашҡортостанда "Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" хәйрия акцияһы башлана
Башҡортостанда "Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" хәйрия акцияһы башлана

Акцияның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләргә ярҙам итеү.

1 июлдән 31 авгусҡа ҡәҙәр теләгән һәр кем аҙ тәьмин ителгән, ишле, тулы булмаған һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә балаларын мәктәпкә әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә ала. Бының өсөн канцелярия тауарҙары, яҙыу һәм һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар, балалар ижады өсөн тупланмалар һатып алып, "Ғаилә" төбәк-ара үҙәктәренә һәм уларҙың республика ҡала-райондарында урынлашҡан бүлексәләренә тапшырырға кәрәк.

Адрестарын Башҡортостандың Ғаилә порталында табырға мөмкин. Шулай уҡ яңы йәки яҡшы булған портфелдәр, мәктәп формалары, дәреслектәр һәм кластан тыш уҡыу китаптары ҡабул ителә.

Йәй аҙағына йыйылған ярҙам халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә тапшырыла.

Акция буйынса һорауҙарҙы "Ғаилә" үҙәктәренең 8-800-347-50-00 телефоны аша шылтыратып белергә мөмкин.

Башинформ. 

Башҡортостанда "Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" хәйрия акцияһы башлана
Башҡортостанда "Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" хәйрия акцияһы башлана
Автор:
Читайте нас