Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
4 Июль 2025, 07:26

Дәүләт хеҙмәтенә ярты быуатлыҡ ғүмерен бағышлаған

Бишбүләк районы халҡы Валентина Федоровна Чернованы яҡшы белгес булараҡ белә. Ул hәр ваҡыт үҙ эшенә бирелгәнлеге менән айырылып торҙо

Дәүләт хеҙмәтенә ярты быуатлыҡ ғүмерен бағышлағанДәүләт хеҙмәтенә ярты быуатлыҡ ғүмерен бағышлаған
Дәүләт хеҙмәтенә ярты быуатлыҡ ғүмерен бағышлаған

Июнь аҙағында район хәкимиәтенең ултырыштар залында район пенсия фонды етәксеһе Валентина Федоровна Чернованы йылы һүҙҙәр һәм тәбрикләүҙәр менән хаҡлы ялға оҙаттылар.

Валентина Чернованың биографияһына күҙ һалһаҡ, ул 1957 йылдың 30 июнендә Бишбүләк районының Юғары Көрмәҙе ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 17 йәшендә хеҙмәт юлын башлай. 1974 -1981 йылдарҙа Бишбүләк районы башҡарма комитеты ҡаршыһындағы бәлиғ булмағандар эштәре комиссияһында секретарь вазифаһын башҡара. 1981 йылда Бөтә союз юридик институтында ситтән тороп уҡып, хоҡуҡ белгесе буйынса һәм юрист квалификацияһы ала. 1981 йылдың авгусынан 1987 йылдың февраленә тиклем Бишбүләк дәүләт нотариаль контораһында дәүләт нотариусы булып эшләй. 1987 йылдың февраленән 1998 йылдың  февраленә ҡәҙәр Бишбүләк районының социаль тәьмин итеү бүлеген етәкләй.

Валентина Федоровна Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бишбүләк районындағы идараһы етәксеһе була, был урында 1998-2022 йылдың арауығында эшләй. Артабан 2023 йылдың ғинуарынан 2025 йылдың июнь айына ҡәҙәр Рәсәй Федерацияһы Пенсия hәм социаль старховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең Бишбүләк районында клиент хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡара. Дөйөм хеҙмәт стажы ярты быуаттан артыҡ. Был ҙур һан — эш урынында үткәрелгән ваҡытты формаль билдәләү генә түгел. Был йылдар эсендә граждандарҙы социаль тәьмин итеү өлкәһендә тупланған ҙур тәжрибәһе бар. Клиент хеҙмәтендә эшләү, бигерәк тә һуңғы йыл ярым кеүек яуаплы осорҙа, закондарҙы тәрән белеүҙе генә түгел, ә һәр мөрәжәғәт итеүсегә һиҙгерлек, иғтибарлылыҡ талап итә. Клиент хеҙмәтенә етәкселек итеү — ул, барыһынан да бигерәк, пенсия менән тәьмин итеүгә, социаль түләүҙәргә hәм граждандар тормошоноң башҡа мөhим аспекттарына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе оператив hәм сифатлы хәл итeргә һәләтле команданың һөҙөмтәле эшен ойоштороу. Был — hәр кемгә ярҙам итеү, тыңлау, аңлатыу, ҡатмарлы хәлдәрҙе асыҡларға ярҙам итеү.

Ярты быуатлыҡ хеҙмәт стажы, ул — мөмкин булған проблемаларҙы алдан күрә белеү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу. Был — үҙ эшеңә тоғролоҡ, профессионализм hәм йәмғиәткә файҙа килтерергә ынтылыу. Был белгестең социаль тәьмин итеү системаһын үҫтереүгә индергән өлөшөн баһалап бөтөп булмай. Уның бүләктәре күп: Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһенең Маҡтау грамоталары (2002, 2010 йылдар), БР Президентының Рәхмәт хаты (2003 йыл), «Рәсәй Пенсия фонды отличнигы» күкрәк билдәһе (2005 йыл), «Рәсәй Пенсия фондының Маҡтаулы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе (2014 йыл), район хакимиәте башлығының Маҡтау грамоталары (2007 йыл, 2017 йыл), район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты (2007 йыл).

— Беҙ һеҙҙең менән Бишбүләк районы халҡы өсөн республика етәкселеге ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүҙә һәм үтәүҙә һәр ваҡыт берҙәм команда булдыҡ. Һәм Һеҙҙең ярты быуат дауамында төрдө вазифаларҙа күп йыллыҡ эш тәжрибәгеҙ баһалап бөтөргөһөҙ һәм алмашҡа килгән йәш кадрҙар тарафынан иғтибарға hәм ихтирамға лайыҡ. Һеҙгә, Валентина Федоровна, пенсия менән тәьмин итеү системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ hәм Бишбүләк районы территорияһында граждандарҙы пенсия менән тәьмин итеү хеҙмәтен булдырыуға hәм үҫтереүгә индергән шәхси өлөшөгөҙ өсөн ҙур булмаған иҫтәлекле бүләк менән район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырырға рөхсәт итегеҙ, — тине Артур Мөхлис улы залдың алҡыштары аҫтында.

 Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Дәүләт хеҙмәтенә ярты быуатлыҡ ғүмерен бағышлаған
Дәүләт хеҙмәтенә ярты быуатлыҡ ғүмерен бағышлаған
Автор:
Читайте нас