

Быйыл район ҡулланыусылар йәмғиәте өсөн айырыуса үҙенсәлекле — уға нигеҙ һалыныуға 95 йыл тула. Бишбүләк районы райпоһы ойошторолғандан бирле мөhим социаль институтҡа әүерелде, ул бында йәшәгән халыҡты сифатлы продукция менән тәьмин итә. Ул — ойошма ғына түгел, ул — район тарихының бер өлөшө, ышаныслы партнер hәм халыҡ өсөн кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеүсе лә. Ҡулланыусылар кооперацияһы көнө алдынан Бишбүләк районы ҡулланыусылар кооперацияһы советы рәйесе Ринат Рәфис улы ГӘРӘЕВ менән ирешелгәндәр һәм пландар, ҡулланыусылар кооперацияһының район тормошонда ниндәй мөһим роль уйнауы тураһында һөйләшәбеҙ
— Ринат Рәфис улы, Бишбүләк ҡулланыусылар йәмғиәте тарихында иң мөhим ваҡиғалар тураһында һөйләгеҙ әле.
— 95 йыл — ул үҙе бер осор. Районда ҡулланыусылар ойошмалары берлеге 1930 йылда ойошторола, тәүге йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләүҙе ойоштороу, халыҡты кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Район ҡулланыусылар кооперацияһының үҙенең йөн тарау, бау үреү оҫтаханаһы, тимерсе аласығы, ашханаһы булған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында райпо фронтты hәм тылды аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа сауҙа селтәре актив үҫешкән, яңы магазиндар төҙөлгән, тауарҙар ассортименты киңәйгән. Район ҡулланыусылар берлегенең беренсе рәйесе булып З.М. Зыязетдинов эшләгән. Унан һуң уны М.А. Мөхәмәтов, А.В. Андреев, Д.К. Дәүләтбаев, Я.П. Алексеев, Я.Д. Семенов етәкләй. Айырыуса ҡулланыусылар кооперацияһы үҫешкән 70-80 йылдарҙы билдәләп үткем килә. 1974 йылдың апрелендә район ҡулланыусылар ойошмалары берлеге район ҡулланыусылар йәмғиәте итеп үҙгәртеп ҡорола. Идара рәйесе вазифаһында 1968-1981 йылдарҙа Әминев Энгель Әмирйән улы эшләй. Буыл ваҡытта райпоның матди базаһы нығый, ауылдарҙа сауҙа эшен йәнләндереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Магазиндар, етештереү складтары төҙөлә, кадрҙар һайлап алына hәм өйрәнелә. 1981-1985 йылдарҙа райпо менән Анатолий Яковлевич Тарасов етәкселек итә, был осорҙа универмаг бинаһы, һыуытҡыс комбинаты, алкоголһеҙ эсемлектәр цехы төҙөлә. 1986-1992 йылдарҙа райпо идараһы рәйесе П.В. Солдатенко була. Был йылдарҙа заготконтораның күн-йөн склады төҙөлә. Артабан 27 йыл райпо менән Лукьянов Михаил Павлович етәкселек итә. 2016 йылда ит ярымфабрикаттары цехы асыла.
— Ринат Рeфис улы, һеҙ 2019 йылдың 20 майында Бишбүләк районы ҡулланыуылар йәмғиәте рәйесе итеп тәғәйенләндегеҙ. Һеҙҙең ойошма өсөн бөгөнгө көндә эшсәнлектең ниндәй йүнәлештәре өҫтөнлөклө?
— Бөгөн Бишбүләк районы ҡулланыусылар йәмғиәте — республиканың ҡулланыусылар кооперацияһы системаһында иң яҡшы бишлеккә инеүсе заманса предприятие. Уның структураһына бер йәмәғәт туҡланыуы, икмәк бешереy урыны, 22 сауҙа магазины керә, әҙерләү эштәре алып барыла. Алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү цехы hәм ит ярымфабрикаттары, кулинария әйберҙәре цехы продукцияһы ассортиментын 64 төргә еткерҙек. Биш автотранспорт бар. Беҙҙә даими рәүештә 71 кеше эшләй. Район ҡулланыусылар йәмғиәте 15674 район кешеһенә хеҙмәт күрһәтә. Баҙар иҡтисады шарттарында беҙ, яңы талаптарға яраҡлашып, үҫешебеҙҙе дауам итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙ, ҡаты конкуренцияға ҡарамаҫтан, үҙ урыныбыҙҙы һаҡлап ҡала алдыҡ. Сауҙа селтәрен модернизацияланыҡ, иҫәпләү һәм идара итеүҙең заманса технологияларын индерҙек. 2024 йылда төп капиталға инвестициялар 4,4 млн һум тәшкил итте: Ҡушйылға ауылындағы магазин бинаһын янғындан һуң тулыһынса тергеҙҙек, Аҙнай ауылындағы магазиндың түбәһен ремонтланыҡ, Ерекле ауылындағы капиталь ремонт үткәрҙек. Махсус хәрби операция башланғандан бирле махсус хәрби операцияларға «Башпотребсоюз» аша ла, урындағы ирекмәндәр аша ла ярҙам күрһәтәбеҙ. Район ҡулланыусылар йәмғиәте алыҫта урынлашҡан һәм аҙ тәьмин ителгән ауылдағыларҙы кәрәкләе тауарҙар менән тәьмини итә. Бөгөнгө көндә аҙ халыҡ йәшәгән 24 пунктҡа хеҙмәт күрһәтәбеҙ, аҙнаһына биш көн төрлө маршруттар буйынса сығабыҙ. Халыҡта һорау менән файҙаланылған продукттарҙы ла онотмайбыҙ. Әбейҙәребеҙҙең рецебы буйынса өй туҡмасы әҙерләйбеҙ, бының өсөн уҙған йыл туҡмас киҫеү ҡоролмаһы һатып алдыҡ. Райпоның айырым ғорурлығы — алкоголһеҙ эсемлектәр етештереy цехы. Бишбүләк лимонады күптән инде район брендына әүерелде. Был тәбиғи продукция 2020 йылда «Башҡортостан продукты» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Традицион рецептар буйынса етештерелгән лимонадтар районда ғына түгел, унан ситтә лә популяр. Беҙ даими рәүештә яңы һатыу баҙарҙарын эҙләйбеҙ, хәҙер эре контрагент менән килешеү төҙөнөк һәм Ырымбур өлкәһенә лимонад ебәрә башланыҡ. Беҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур. «Башпотребсоюз»да асыла торған кoнсығыш кухня кафеһы селтәре менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.
— Әммә тәбиғи лимонадтар етештереүҙә ниндәйҙер ауырлыҡтар бармы?
— Беҙ етештергән лимонад акциз тауары, hәм беҙ акциз өсөн айырым һалымдар тyләйбеҙ. Был беҙҙең продукцияның тәбиғи һәм составында шәкәр булыуына бәйле. Шәкәр алмаштырғыстар ҡулланған hәм акциздар түләмәгән кока-кола кеүек брендтарҙан айырмалы булараҡ, беҙ өҫтәмә сығымдар түләргә мәжбүр. Тағын бер момент: лимонад уҙған йылдан маркалы тауар булып тора hәм «Честный знак» системаһы аша күҙәтелә. Мөhим фактор — быяла тараларға хаҡтар артыу. Рәсәйҙә быяла шешәләр етештереүсе бер завод ҡалды. Уҙған йыл беҙ уларҙан бер шешәне 10 һумға һатып алған булһаҡ, хәҙер буш шешә 25 һум тора.
— Ниндәй яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашыраһығыҙ?
— Уҙған йылдың декабрендә уртаҡ маҡсаттарға ирешеү, тауар һатыуҙы киңәйтеү, клиенттар базаһын арттырыу маҡсатында райпо «Форвард-Трейд» йәмғиәте менән үҙ-ара партнерлык хеҙмәттәш килешеүе төҙөнө. Килешеүгә ярашлы беҙгә «Около» дизайнын hәм йыhаздарҙы арендаға ҡулланыу хоҡуғын бирҙеләр. Шулай уҡ франшиза килешеүе буйынса иң эре биш магазинда кофе-машиналар урынлаштырҙыҡ. Уҫаҡ-Кисеү hәм Йылбулаҡ-Матвеевка аулдарында ике «Озон» тауар тапшырыу пункты асылды. Һөҙөмтәлә, был магазиндар өҫтәмә рәүештә һатып алыусыларҙы йәлеп итте, hәм тауар әйләнеше 7-10%ҡа артты. Кадрҙар проблемаһын хәл итeргә тырышабыҙ. Йәйгеһен уҡыусыларҙы эшкә урынлаштырабыҙ. Бынан тыш, 2024 йылда Айыт ауылының Ф. Кәрим исемендәге урта мәктәбе базаһында Башҡортостан Республикаһында беренсе кооператив класы асылды, унда уҡыусылар иҡтисади белем hәм эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә. Күп кенә сығарылыш уҡыусылары уҡыуҙарын кооператив техникумда дауам итә.
— Бишбүләк райпоһының киләсәккә пландары ниндәй?
— Пландарҙа — сауҙа селтәрен артабан үҫтереү, тауарҙар ассортиментын hәм хеҙмәт күрһәткестәрен арттырыу. Яңы технологиялар индереүҙе, етештереү hәм һатыу күләмен арттырыуҙы, сауҙа, әҙерләү һәм етештереү эшсәнлегенең рентабеллелеген тәьмин итеүҙе планлаштырабыҙ. Быйыл, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, яңы йыһаздар һатып алдыҡ hәм ҡаҡлау цехы асырға уйлайбыҙ. Был ҡиммәтле йыһаз, туңдырыу өсөн шкафтар. Ыҫланған әйберҙәрҙең киң ассортиментын сығарасаҡбыҙ, улар халыҡ араһында популяр булыр, тип ышанам. Һалым түләүгә килгәндә, йөкләмә ҙур. Райпо, кооперация булараҡ, батша заманында уҡ ойошҡан, кем әйтмешләй, революцияны ла, һуғыштарҙы ла кисергән. Түҙербеҙ, сыҙарбыҙ, тип өмөтләнәм.
— Ринат Рәфис улы, был юбилей йылында коллективығыҙға һәм район халҡына нимәләр теләр инегеҙ?
— Барыһынан да элек, Бишбүләк районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә үҙ эштәренә тоғро ҡалыуҙары һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәтемде белдергем килә. Тап бына һеҙҙең ярҙам менән, ҡәҙерле коллегалар, беҙ юғары һөҙөмтәләргә ирешәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яңы уңыштар hәм ҡаҙаныштар теләйем! Район халҡына үҫеш, именлек теләйем. Бишбүләк районы ҡулланыусылар йәмғиәтенә күрһәткән ышанысығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.
Ирина ФОМИНА әңгәмәләште.