

Якты йөҙлө һатыусы ауылдаштарының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша. “Нәркәс” кмагазинынан көн оҙоно кеше өҙөлмәй тиерлек. Бында инеүе лә рәхәт: таҙа, уңайлы, бөхтә, ә иң мөһиме - яхшы хеҙмәт күрһәтелә.
Был эшкә тотонғансы, Саҡмағош ҡыҙы Рәзинә Әлмөхәмәтова күп кенә тормаҡта хеҙмәт һала.
- Миңә үҙемдең диплом буйынса эшләргә тура килмәне. Аксен ауыл хужалыгы техникумында укыған йылдарҙа уҡ, беҙ курсташым Зәлир Зөфәр улы менән өйләнештек, - тип йылмая Рәзинә. - Аҙнайҙа бер аҙ торғандан һуң, беҙ Южныйҙа йәшәнек, унан һуң Хомутовкаға күстек. Икебеҙ ҙә мәктәптә эшләнек: Зәлир музыка дәрестәрен алып барһа, мин татар теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән шөғөлләндем. Ә 2013 йылда беҙ ҡабат Аҙнайға ҡайттыҡ һәм икебеҙ ҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булып киттек, шул осорҙа мин шәхси магазинда ла һатыусы булып эшләнем.
Рәзинә Әҡсән ҡыҙы 2023 йылдан Аҙнай ауылындағы райпо магазинында эшләй. Элек ауылда тағы ике шәхси магазин булһа, ике-өс йыл элек улар ябылған.
- Эшемә өйрәндем, халыҡ менән эшләүе оҡшай. Тауар төрлөлөгө буйынса беҙҙең магазин район үҙәгендәге сауҙа нөктәләренән ҡалышмай — ул барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Халыҡ һораған әйберҙәрҙе заказ биреп ҡайтартабыҙ. Һатып алыусылар беҙҙән зарланмай,— тип һөйләй “Нәркәс” магазины мөдире. - Тауарҙарҙы үҙ ваҡытында килтерәләр. Аҙнаның һәр көнөндә ҡулланыусылар йәмғиәте транспорты төрлө әйберҙәр килтерә, әйтәйк, бер көндә – колбаса, икенсе көнөнә һөт-ҡаймаҡ ризыҡтары, шулай уҡ Миякә балығы, көн аралаш тигәндәй икмәк һәм һөт ризыҡтарын ҡабул итәбеҙ, уларҙы алып бөтөрөп торалар. Айырыуса шаршамбы - мәшәҡәтле көн. Планды үтәргә тырышабыҙ, аҙна башында товаровед Лариса Александровна килә, беҙ уның менән ниндәй тауарҙар кәрәк икәнлеген асыҡлайбыҙ.
Прилавка артында тороусы Рәзинә үҙ клиенттарына кәрәкле әйберҙе һайларға ярҙам итеп кенә ҡалмайынса, теге йәки был тауарҙың килтерелеүе тураһында ауыл сайтында ла хәбәр итә.
- Ауылда бер генә магазин булғас, беҙҙән халыҡ өҙөлмәй. Кеше күпселек аҙыҡ-түлек һатып ала. Төрлө хәлдәр булып китә, кемдеңдер аҡсаһы булмаған осраҡта, беҙ уларҙың хәленә кереп, көтәсәккә лә биреп торабыҙ. Ә инде пенсия килгән көн өлкән йәштәгеләр өсөн дә, беҙҙең өсөн дә байрам тиергә була. Ололар бында күңелен бушатырға, һөйләшергә тип тә килә, - ти, ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәре.
Рәзинә Әлмөхәмәтова эшкә килгәс, ярты быуат элек төҙөлгән магазинға күләмле ремонт үткәрелгән,
- Түбәнән һыу үтә ине, 2024 йылдың йәйендә ул профнастил менән ябылды, күптән түгел тәҙрәләрҙең үлсәмен алып киттеләр, уларҙы ла яңыртасаҡтар, тимәк, тағын да уңайлыраҡ һәм яҡтырак буласаҡ, бының өсөн етәкселәргә рәхмәтлемен.
Рәзинә һәм Зәлир Әлмөхәмәтовтар күптәргә таныш, сөнки улар оҙаҡ йылдар райондың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр. 39 йыл бергә ғүмер кисереүсе парҙың балалары күптән үҙ тормоштарын ҡорған.
- Ҡыҙыбыҙ Лилиә Стәрлетамаҡта йәшәй, улыбыҙ Салауат бөгөнгө көндә махсус хәрби операция зонаһында йөрөй. Май айында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте, ул “Ватанды һаҡлаусылар” фонды аша “Янғантау” шифаханаһына йүнәлтмә алып бирҙе, һәм беҙ унда бер аҙна ял итеп, онотолмаҫлыҡ тьәҫораттар алып ҡайттыҡ. Йәйге осорҙа ейән-ейәнсәрҙәребеҙ тормошобоҙға йәм өҫтәй, - ти Әлмөхәмәтовтар.
Бер команда булып эшләгән сауҙа хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
- Коллегаларымды, шулай уҡ етәкселәребеҙҙең барыһын да үҙебеҙҙең һөнәри барамыбыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйем, - тип оҙатып ҡалды һәр ваҡыт ғаиләһенән һәм эшенән йәм табыусы Аҙнай һатыусыһы.
Автор фотоһы.