

Арабыҙҙа оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән матур парҙарға ҡарап барыбыҙ ҙа һоҡланабыҙ, улар өсөн ысын күңелдән ҡыуанабыҙ. Бикҡол ауылынан Ғәбиҙә апай менән Рәйес ағай Әсфәндиәровтар ҙа, ҡулға-ҡул тотоношоп, 60 йыл бергә ауылдаштарына үрнәк булып, ауылға йәм өҫтәп ғүмер кисерәләр.
Рәйес ағайҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ауыл мәктәбенең 7-се класын тамамлаған үҫмер бик иртә эшкә тотона. Армия хеҙмәтендә өс йыл йөрөп ҡайтҡандан һуң, ”Марс” колхозында малсылыҡта эшен дауам итә. Йәшел үлән ҡалҡыу менән колхоз малдарын көтөүгә тотонған Рәис ағайҙың күпселек ваҡыты иркен ялан-ҡырҙарҙа үтә. Һыйыр, башмаҡтарҙан тыш, шулай уҡ йылҡы малын көтөүҙе лә уға ышанып тапшыралар. "Ирмен тигән ирҙең эсендә эйәрле, йүгәнле ат ятыр" тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, шул ваҡыттан алып уның йылҡы малына ҡарата һөйөү хисе уяна, һуңынан үҙҙәренең хужалығында ла аттар аҫрайҙар.
Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылынан килен булып төшкән Ғәбиҙә апай бында ла һауынсы эшен дауам итә. Әсфәндиәровтар ирле-ҡатынлы малсылыҡта эшләп, гел алдынғылар рәтендә була. Фотоһүрәттәре Почет таҡтаһынан төшмәй, бихисап Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнәләр, былар барыһы ла - уларҙың тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте тураһында һөйләй. Улар икеһе лә "Хеҙмәт ветераны" исеменә лайыҡ булған.
Йәш ғаилә колхоз эшенә башкөллө бирелгән мәлдә, яңы йорт һалып инергә лә өлгөрә.
- Өйләнешеп, йәшәп алдыҡ та киттек, шөкөр, татыу булдыҡ, – ти улар уҙған йылдарға әйләнеп ҡарап, – алты бала тәрбиәләп үҫтерҙек, уларҙың һәр ҡайһыһына һөнәр алырға ярҙам иттек, матур итеп туйҙар үткәрҙек. Хәҙер инде балаларыбыҙ үҙҙәре лә өләсәй-олатай булып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Беҙҙең 12 ейән-ейәнсәребеҙ, 6 бүлә-бүләсәбеҙ бар, уларҙың ҡыуаныстарына, изгелектәренә төрөнөп йәшәйбеҙ,– тиҙәр шатланып, олатай менән өләсәй.
Тыуған ерҙәренә тоғро ҡалған Әсфәндиәровтарҙың үҙҙәре кеүек, улдары Рәсим һәм Радик ауылда төпләнгән, ҡыҙҙары Фәнүзә, Ләлә һәм улдары Рәфис ситтә йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә уларға, ҡыҙҙары Фирҙәүес иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Башҡа балаларынан йыуаныс табып, бер-береһенә терәк булғандары өсөн генә күтәрә алғандыр Әсфәндиәровтар был ҡайғыны.
Тормош йөгөн бергә тартҡанға күрә, бөгөн Әсфәндиәровтарҙың донъялары етеш, ҡотло. Хеҙмәт ветерандары үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, ҡош-ҡорт аҫрап, бәрәңге һәм башҡа төрлө йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәйҙәр. Икеһенең дә хәтере бик яҡшы. Ауыл, район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып торалар. Милли рухлы Ғәбиҙә Таминдар ҡыҙы йәшерәк саҡта ауыл байрамдарында сығыш яһаһа, хәҙер ғаилә байрамдарында матур итеп йырлай, уның һәләте балаларына ла бирелгән, нәҫелдәрендә моңло тауыш эйәләре күп. Әүҙем йәмәғәтсе булараҡ, ауыл ирекмәндәренә ҡушылып, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам да итә ул.
Булғанына шөкөр итеп, бер-береһенә ҡарата булған хистәрен һүндермәй, бына шулай тыныс ҡына йәшәп, ғүмерҙәренең алтын көҙөнә аяҡ баҫа улар. Бөгөн бриллиант туйҙары менән тәбрикләп, йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәренә ҡушып ҡиммәтле бүләктәрен тапшырғанда, уларға ҡарап, яҡындары, туғандары, балалары һоҡланып, ғорурланып, шатлыҡтары менән уртаҡлаша.
- Йыл һайын йәмле йәй айҙарында барыбыҙ ҙа ата-әсәйебеҙ янына йыйылабыҙ. Тыуған нигеҙҙә беҙҙе 84 йәшлек атайыбыҙ һәм 77 йәшен тултырған әсәйебеҙ ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Әле булһа уларҙың йылы һүҙенә, кәңәштәренә мохтажбыҙ. Артабан да беҙгә терәк булып, тигеҙ ҡартлыҡта, һау-сәләмәт булып йәшәргә яҙһын уларға!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.