Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Июль 2025, 15:43

Үҙ эшенән ҡәнәғәт

«Бишбүләк райпо» ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаһы рәйесе булараҡ, Алһыу Рәшит ҡыҙы Әхмәҙуллина эш һөҙөмтәһен арттырыу, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу һәм үҙенең пайсыларының ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр эҙләй.

Үҙ эшенән ҡәнәғәтҮҙ эшенән ҡәнәғәт
Үҙ эшенән ҡәнәғәт

 «Бишбүләк райоын ҡулланыусылар кооперацияһы» идараһы рәйесе булараҡ, Алһыу Рәшит ҡыҙы Әхмәҙуллина кооперация эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу, хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу hәм үҙ пайсыларының ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн даими рәүештә мөмкинлектәр эҙләй. Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, уның хеҙмәт юлы «Победа» колхозында башлана. Артабан уны яҙмыш үҙе Алһыу Әхмәҙуллинаны райпоға алып килә.

— Күрше ҡыҙы ҡыҙыҡтырып саҡырҙы, — тип иҫкә ала Алһыу Рәшит ҡыҙы, бында секретарь урынын бушағайны. Ул ваҡытта колхоз осоронда хеҙмәт хаҡы түләнмәй ине. Һәм мин бында эшләргә булдым. Ваҡытлыса ғына булыр, тип уйлағайным, оҙаҡҡа ҡалдым.

Секретарь булып башлап, һуңыраҡ бухгалтер вазифаһына күсә, шунан һуң «Орион» берләшмәһенең баш хисапсыһы була. Бер аҙ «Бишбүләк икмәк комбинаты»нда, шулай ук «Бишбүләк-һөт» етештереү кооперативында эшләй, унда шулай уҡ баш бухгалтер вазифаһын башҡара. Ә тағын ул ревизор була, 2011 йылдан 2019 йылға ҡәҙәр, тикшереүҙәр менән барлыҡ магазиндарҙы әйләнеп сыға. Эш менән бер рәттән, аграр университетта «Ауыл хужалығында идара» белгеслеге буйынса юғары белем ала. Уның 24 йыл хеҙмәт стажы бар, шуның 19 йылын ул Лукьянов Михаил Павлович етәкселегендә эшләгән.

— Ул йәштәргә һәр саҡ ярҙам итте, тырышҡандарҙы юғары баһаланы, — ти уға рәхмәтле Алһыу Рәшит ҡыҙы.

Минең әңгәмәсем әйтеүенсә, «Бишбүләк райпоһы» йәмғиәте советы рәйесе Ринат Рәфис улы Гәрeев килгәс, райпо яңыса эшләй башлаған, заман менән бергә атлай.

— Ринат Рәфис улы бик ярҙамсыл, hәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, — ти Алһыу Рәшит ҡыҙы хәҙерге етәксеһе тураһында. — Әгәр беҙҙең яңы тәҡдимдәребеҙ барлыҡҡа килә икән, ул уларҙы hәр ваҡыт хуплай. Миңә үҙ эшемде башҡа урында күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ауырлыҡтар, әлбиттә, hәр ҡайҙағы кеүек үк бар. Әммә беҙҙең етәксебеҙ һәр саҡ аңлаясаҡ һәм кәрәкле ярҙамды күрһәтәсәк.

Алһыу Әхмәҙуллина үҙ эшен теләп башҡара, сөнки ул эшен hәм коллективын ярата. Уның хеҙмәте тейешле дәрәжәлә билдәләп үтелеүе ғәжәп түгел: былтыр ул «Атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булған.

— Райпоға инде, мoғайын, «тамырҙарым менән береккәнмендер». Мин ауыл хужалығы өсөн уҡығайным бит, — тип көлә Алыһыу Рәшит ҡыҙы. — Ә бында — ҡулланыусылар кооперацияһы... Уның ҡарауы отчеттың нисек төҙөлгәнен белеү бик ҡыҙыҡ ине! Бухгалтерия — ҡатмарлы әйбер, ә потребкооперацияла — ул үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы. Әгәр аңлаһаң — еңел heм хатта дөрөҫ тә.

Район ҡулланыусылар йәмғитәенең татыу һәм берҙәм коллективы йылдар буйы бергә эшләп, уртаҡ маҡсаттарға ирешеп, ойошҡан. Һәр хеҙмәткәр үҙенең әһәмиәтен һәм уртаҡ эшкә индергән өлөшөн һиҙә. Һатыусылар — үҙ магазиндарының ысын хужалары, эштәре өсөн барылҡ күңелдәрен һалалар, өйҙәрендәге кеүек уңайлыҡтар тыуҙыралар.

— Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр яҡшы, изгелекле. Осраҡлы кешеләр бында оҙаҡ эшләй алмай, — ти Алһыу Рәшит ҡыҙы. — Эшкә кәрәк булғанға, ғәҙәт буйынса түгел, ә күңелебеҙ һәм йөрәгебеҙ ҡушыуы буйынса йөрөйбөҙ.  

Алһыу Рәшит ҡыҙының ышаныслы таянысы — уның ғаиләһе. Ире Рөстәм Рауил улы район элемтә үҙәгендә инженер булып эшләй. Әхмәҙуллиндарҙың өс балаһы бар: өлкән улдары — 3 курс студенты, уртансы ҡыҙҙары 8-се класты тамамлаған, ә бәләкәй ҡыҙҙары әлегe ваҡытта балалар баҡсаһына йөрөй. Әңгәмә аҙағында беҙ мауығыуҙар темаһына ҡағылдыҡ. Алһыу Рәшит ҡыҙы йәштән үк тегергә яратыуын, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер инде барыһына ла ваҡыт етмәүен әйтте.

— Ә былай мин үҙ ҡулдарым менән нимәлер ижад итергә яратам, — ти элекке мауығыуҙарын һағынып. — Аҙ булһа ла, ысын күңелдән…

 Ирина ФОМИНА.

Фото Алһыу Әхмәҙуллинаның шәхси архивынан

Үҙ эшенән ҡәнәғәт
Үҙ эшенән ҡәнәғәт
Автор:
Читайте нас