Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
8 Июль 2025, 05:07

Юл фажиғәләре кәмемәй

Бер тәүлектә һигеҙ кеше һәләк булған...

Юл фажиғәләре кәмемәйЮл фажиғәләре кәмемәй
Юл фажиғәләре кәмемәй

Уҙған төндә Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 135-се саҡрымында көслө авария булған. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, юл сатында “Лада Ларгус” һәм “Киа Оптима” автомобилдәре бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә өс кеше, “Киа Оптима” водителе һәм “Лада Ларгсус”тағы ике пассажиры һәләк булған. Ике кеше йәрәхәтләнгән.

Шулай уҡ 6 июлдә Ишембай районында, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлының 52-се километрында“Опель Астра” артындағы 23 йәшлек водитель хәрәкәт барышында юлдан һул яҡҡа сығып түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 16 йәшлек пассажир ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Водителде һәм тағы өс пассажирҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының дауаханаһына алып киләләр. Бер аҙҙан реанимацияла сит ил машинаһының 18 йәшлек пассажиры вафат була.

Шулай уҡ Күмертау ҡалаһында 39 йәшлек “Шевроле Нива” автомашинаһы водителе, идараны юғалтып түңкәрелә. Һөҙөмтәлә, “Нива” автомашинаһының 40 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәренән вафат була. Тағы бер 38 йәшлек пассажир һәм водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Төндә уртаһында Йылайыр районында юл фажиғәһе теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 42 йәшлек водитель “Чери Тигго” автомобилендә 24 йәшлек ҡыҙҙы тапаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ҡыҙ  ваҡиға урынында вафат була.

Әбйәлил районында шәмбелә көндөҙгө сәғәт 12-лә Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск ауыл биләмәһенең 264-се саҡрымында 36 йәшлек “БМВ” мототранспорты водителе “Фольксваген Гольф” маркалы автомашина менән бәрелешкән. Мотоциклсы егет алған йәрәхәттәренән шул урында уҡ вафат була. 

Шулай итеп, уҙған ял көнөндә бер тәүлектә республика юлдарында һигеҙ кеше һәләк булды. Был ҡот осҡос күрһәткес һәр водителде, пассажирҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү ниндәй фажиғәле эҙемтәләргә килтереүен иҫкәртергә һәм уйға һалырға тейеш.

Хөрмәтле водителдәр, онотмағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә пассжирҙарҙың ғүмере өсөн дә яуаплы.

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.

Юл фажиғәләре кәмемәй
Юл фажиғәләре кәмемәй
Автор:
Читайте нас