Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
8 Июль 2025, 19:04

Башҡортостандан йәш модель Таиландта матурлыҡ конкурсында еңеүсе булған

Башҡортостандан 12 йәшлек Александра Шәйәхмәтова Таиландта "Teen Star International-2025" халыҡ-ара балалар матурлыҡ һәм моделинг конкурсында триумфаль сығыш яһап, иң яҡшы 5 исемлеккә инде.

Башҡортостандан йәш модель Таиландта матурлыҡ конкурсында еңеүсе булғанБашҡортостандан йәш модель Таиландта матурлыҡ конкурсында еңеүсе булған
Башҡортостандан йәш модель Таиландта матурлыҡ конкурсында еңеүсе булған

"Башҡортостандың бәләкәй һылыуҡайы-2024" конкурсы еңеүсеһе Александра 4-се Вице-мисс титулын, Шулай уҡ "Мисс Фотогеничность" номинацияһында Гран-при һәм иң яҡшы милли кейем өсөн 2-се вице-мисс исемен яулап, жюри һәм тамашасыларҙы яуланы.

30 июндән 7 июлгә тиклем Бангкокта һәм Паттайяла үткән конкурста бөтә донъянан 40-тан ашыу һәләтле бала ҡатнаша, уларға экскурсиялар, фотосессиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре менән бай программа тәҡдим ителә. Был шатлыҡлы ваҡиға хаҡында Өфө модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова хәбәр итә.

Башинформ

Башҡортостандан йәш модель Таиландта матурлыҡ конкурсында еңеүсе булған
Башҡортостандан йәш модель Таиландта матурлыҡ конкурсында еңеүсе булған
Автор:
Читайте нас