

Матур сара ауылдың йәмле урыны – Салауат ҡойоһо янында үтте. Осрашыуҙы бик үҙенсәлекле, оҫта итеп Сәмәрә Хәләф ҡыҙы Нәбиуллина (Минһажева) алып барҙы. Наил Салауатов, Зөлфиә Имамова йәнле осрашыуҙы ойоштороу өсөн көс һалды.
Иң элек шуныһын әйтеп үтәйек, Совет урамы 930 метрға һуҙылған унда 72 йорт бар. 10 йорт хужаһыҙ. 129 кеше йәшәй. Урамыбыҙҙа бөгөн 19 бала иҫәпләнә, икеһе балалар баҡсаһына йөрөй. Ике бала – буласаҡ беренсе класс уҡыусылары.
Бергә уйнап үҫкән урамдаштарҙы, дуҫтарҙы, туғандарҙы, күршеләрҙе күреү, уларҙың иҫән-һау, сәләмәт, бәхетле булыуҙарын белеүҙән дә ҙур шатлыҡ бармы һуң? Нисә йыл күрешмәгән урамдаштарыбыҙ менән, яҡын туғандар кеүек осраштыҡ. Беҙҙең осор балаларын бик бәхетлеләр, тип һанайым. Сөнки безнең урамыбыҙ ҙа бар, дуҫтарыбыҙ ҙа, Ҡыңғыр йылғаһы буйында ҡойонған ваҡыттарыбыҙ ҙа, урманда еләк йыйған саҡтарыбыҙ ҙа бар ине.
Совет урамы халыҡта Түбән ос тип йөрөтөлә. Ауыл тарихында хажи Әхмәтйән бабай тураһында иҫтәлектәр һаҡланған. Бабай бер нисә йыл буйы, йәйәүләп, изге Мәккә ҡалаһына барып, хаж ҡылып ҡайтҡан, ауылыбыҙҙа ул берҙән-бер хажи булған. Уның нигеҙе хәҙерге Совет урамында булған. Урамыбыҙҙа йәшәүсе Әхмәтйәновтар, Ахуновтарҙың йыраҡ олатайҙары ул. Урамда дин юлындагы кешеләр һәрвакыт булған. Дин тыйылған вакыттарда ҙа, мәсет булмаған замандарҙа ла, Совет урамы кешеләренең йортларында йома намаҙҙары уҡылған. Тарихта урамда данлыҡлы өшкөрөүселәр, кендек әбейҙәре, имамдар йәшәгәне теркәлгән.
Ауылыбыҙҙың ғорурлығы булған техник фәндәр докторы Масһар Хөснуллин да Совет урамында тыуып үҫкән! Ғөмүмән, Совет урамы кешеләре халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт итеп, тормоштан йәм табып йәшәне һәм йәшәй. 1976-89 йылдарҙа “Победа” колхозы рәйесе булып эшләгән легендар шәхес Рәшит Ахунов, мәктәп директоры ла, ауыл Советы рәйесе лә булған халыҡ мәғарифы отличнигы Әсҡәт Зиннәтуллин, 1986-2007 йылдарҙа ауыл Советы рәйөсе вазифаһын башҡарыусы Рафист Ғиззәтуллин – шулай уҡ Совет урамында тыуып үҫкән кешеләр. Татарстандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, I класлы инженер-осоусы, дүрт китап авторы Рәшит Әбүбәкировтың бала сағы Совет урамында үткән.
Бөгөнгө көндә Совет урамын ауылдың иң оҙон ғүмерле кешеләр йәшәүсе урамы тип атарга мөмкин. Әлеге ваҡытта иң өлкән йәштәге кешеләр: 1927 йылғы Сөйөмбикә Вәлиева, 1931 йылғы Сәлимә әбей Әсәҙуллина, 1932 йылғы Тәүхетдин бабай Әхмәтйәнов , 1933 йылғы Әсҡәт бабай Фәхретдинов, 1936 йылғы Вәсилә әбей Хөснуллина. Урамыбыҙҙың йәме булған әбей-бабайҙарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә һаҡлаһын һеҙҙе!
Совет урамын Уҡытыусылар урамы тип тә атарга мөмкин. Педагогия өлкәһендә белеме булған 56 урамдашыбыҙ бар. Исемлеккә был өлкәлә белем алыусылар ҙа, балалар баҡсаһында, мәктәптә, өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләгән, хаҡлы ялға сыҡҡан, бөгөнгө көндә лә белем биреү өлкәһендә эшләүселәр керҙе. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличниктары Сәмәрә Лотфуллина, Тәнзилә Хәлиуллина, Рәмзия Миһранова, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличниктары Нурия Ғиззәтуллина, Нилә Ғәлимуллина, Рәүф Ҡәйүмов, Рәсәйҙең өҫтөнлөклө “Мәғариф” проекты еңеүсеһе Гүзәл Ҡәйүмова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Айгөл Ахунова – Совет урамы данын алыҫтарға таратыусы шәхестәр. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Ауылдың, урамдың киләсәге йәштәр ҡулында. Ғәҙәттә, ауыл нимәһеҙ йәшәй алмай, тип һораһаң, юлһыҙ, һыуһыҙ, тиҙәр. Был фекергә ауылды өҙөлөп яратыусы, тыуған ергә тоғро йәндәрһеҙ, тип тә өҫтәргә кәрәк. Ҡорған ауылының төп байлығы – йәш ғаиләләр! Тыуған йорт уттарын һүндермәйенсә, тәҙрәләрен балҡытып йәшәүсе тырыш йәштәр – күптәргә үрнәк. Ринат Салиховтың, Тимур Сәлмәновтың ҡулынан килмәгән эше юҡ, тиҙәр ауылыбыҙҙа. Ниндәй генә техника төҙәтергә кәрәк булһа ла, Ринат бер кемде лә бороп сығармай, ярҙам итә. Уңған егеттәребеҙ Тимур – фермер хужалығы, ә Зинфир Салихов шәхси заправка хужалары. Уңған егеттәргә киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ. Урамыбыҙ һылыуы Зили Ғәлимуллинаның бейеүсе икәнлеге әллә ҡайҙан ук күренеп тора. Асыҡ йөҙлө, шат күңелле хореографты олоһо ла, кесеһе дә хөрмәт итә. Зилиә етәкселек иткән бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе балалар ҙур уңыштарға ирешә. Улар – ауылыбыҙ данын йыраҡтарға таратыусылар. Белемле, үҙ фекерен ҡыйыу яҡлай белеүсе йәштәр күп урамыбыҙҙа, ауылыбыҙҙа. Уларҙың ғаилә уты һүнмәһен, тыуған ергә, тыуған телгә мәхәббәт хистәре һүрелмәһен, йөрәктәрҙә һөйөү хисе кәмемәһен, балаларҙың көлгән тауыштары тынмаһын, табындарҙа муллыҡ бөтмәһен, бәхеттәре кителмәһен!
Совет урамы гармунсылары менән дә дан тота. Гармунсылар йорт һайын тиерлек. Әхмәтнәғим Ахунов үҙе лә, уның биш улы – Рәлиф, Рамай, Юлай, Алмаз, Урал да оҫта гармунсылар. Марат, Риф, Рәүф Ҡәйүмовтар, Фәрит Шамилев, Марат, Зиннур Әсәдуллиндар, Әлфир Фәхретдинов, Рамил Ғилманов, Нәфис Халиҡов, Шәрифулла Вәлиевтың ауылыбыҙҙа маҡтаулы гармунсылар булараҡ билдәле. Урамыбыҙ йондоҙо Хәлит Минһажев байрамға баяны менән килде. Сараны музыкаль яҡтан биҙәне, уның Рәлиф Ахунов менән дуэты – байрамдың матур биҙәге булды.
Осрашыу йәнле һөйләшеүҙәр, матур йырҙар, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Бейеп, баласаҡ уйындарын уйнап, күңелле миҙгелдәр кисерҙек. Бала саҡты иҫкә төшөрөп, рәхәтләнеп ял иттек. Бер-береһен һағынышҡан урамдашдар осрашыуы күңелле лә, моңһоу ҙа хатирәләрҙе яңыртты. Гөрләп уҙған бала сағыбыҙ, мәктәп йылдары, баҡыйлыҡҡа күскән әбей-бабайҙар, ата-әсәйҙәр, уҡытыусылар тураһында матур иҫтәлектәребеҙ менән бүлештек, уларҙы хөрмәт белән һығынып иҫкә алдыҡ.
Артабан да йылы осрашыуҙар насип булһын! Киләсәктә лә исемеңә тап төшөрмәйенсә, матур итеп, йәшә, Совет урамы!
Айгөл АХУНОВА.
Автор фотоһы.