Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
14 Июль 2025, 12:24

Бишбүләк районында күперҙәр яңыртыла

Әлшәй Юл ремонтлау-төҙөү идаралығыгың Бишбүләк участкаһы Бишбүләк — Дим автомобиль юлында Дим йылғаһы аша ҙур күпер ҡоролмаһын буяй.

Бишбүләк районында күперҙәр яңыртылаБишбүләк районында күперҙәр яңыртыла
Бишбүләк районында күперҙәр яңыртыла

Муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа район юл хеҙмәттәре ҡарамағында 30 күпер ҡоролмаһы, шулай уҡ урындағы инфраструктураға ҡараған тағы 16 күпер иҫәпләнә. Йыл һайын был объекттар даими хеҙмәтләндереүгә һәм ағымдағы ремонтҡа мохтаж, шул иҫәптән буяу, бысраныуҙы бөтөрөү, үҫкән ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡыу һәм ҡый үләндәрен сабыу.

Әлеге мәлдә Әлшәй Юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Бишбүләк участкаһы Дим йылғаһы аша һалынған күпер ҡоролмаһын буяй. ПТО инженеры Динар Зарипов етәкселегендә Зөлфәт Сәбәхов, Марсель Әғлетдинов, Анастасия Бучнева, Алексей Степанов, Заниль Шиһапов, Зинира Сәрүәрова, Алексей Семенов, Ольга Никитина һәм Наталия Тимофеева эшләй.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы. 

Бишбүләк районында күперҙәр яңыртыла
Бишбүләк районында күперҙәр яңыртыла
Автор:
Читайте нас