Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
14 Июль 2025, 07:54

Ваҡыт үҙгәрә, элемтә ҡала

 Кенгер-Менеузовское почта бүлексәһендә Айгөл Мансур ҡыҙы Ҡәйүмова  

Ваҡыт үҙгәрә, элемтә ҡалаВаҡыт үҙгәрә, элемтә ҡала
Ваҡыт үҙгәрә, элемтә ҡала

Почта — ул хаттар hәм посылкалар килтереү генә түгел, ул туғандар hәм яҡындар менән элемтә, яңылыҡтарҙы белеү, кәрәкле тауарҙар алыу, счеттарҙы түләү мөмкинлеге лә. Быларҙың барыһы ла — үҙ эшенә бирелгән кешеләрҙең тырыш хеҙмәте. Айгөл Мансур ҡыҙы Ҡәйүмова почта хеҙмәтенә өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған, шуның 25 йылын ул алмашһыҙ рәүештә  Ҡыңғыр-Мәнәүез почта бүлексәһен етәкләй.

— 1992 йылда мин Бишбүләк почтамтына яҙылыу буйынса бухгалтер булып килдем. Ә йылдан бында, Ҡыңғыр-Мәнәүезгә күстем, шунан бирле эшләйем, — тип иҫкә ала Айгөл Мансур ҡыҙы.— Эшләгән йылдарҙа төрлө хәлдәр  булды, ләкин бер генә нимә үҙгәрешһеҙ ҡалды: кешеләр алдында яуаплылыҡ: теләһә ниндәй хәлдән сығыу юлын таба белеү, ярҙамға килергә әҙер булыу, hәр клиент тураһында эскерһеҙ ҡайғыртыу. Планды үтәргә  тырышабыҙ, — ти Айгөл Мансур ҡыҙы тыйнаҡ ҡына. — Ауыл халҡы араһында беҙҙең район газетаһы, «Манзара», «Өмөт» hәм башҡа милли баҫмалар айырыуса популяр.

Почтаға бағышлаған йылдар эсендә эштең нисек үҙгәреүе менән ҡыҙыҡһынам.

- Хәҙер, әлбиттә, компьютер менән эшләү күпкә еңелерәк, — тип яуап бирә Айгөл Мансур ҡыҙы. — Һәм түләүҙәр нигеҙҙә барыһы ла онлайн рүештә башҡарыла. Ә тағын беҙҙә күптән түгел «Валберис» пункты асылды. Шулай итеп, килеүселәр һаны арта. Почта бүлексәһе хеҙмәттәрнең киң спектрын тәҡдим итә. Бында автомобиль хужаларын юл-транспорт hәләкәте менән бәйле финанс хәүефһеҙлегенән һаҡлаусы ОСАГО полистарын рәсмиләштерергә мөмкин. Билдәле бер сезонда талпан энцефалитынан страховкалау актуаль була, ул тешләгән осраҡта медицина ярҙамын тәьмин итеү. Yҙ сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртыусылар өсөн медикаменттарға сығымдарҙы ҡаплай торған дарыу страховкалауы яһатырға мөмкин. Бәхетһеҙлек осраҡтарынан страховкалау, йәрәхәттәр йәки башҡа көтөлмәгән хәлдәр осрағында финанс яҡлау тәҡдим ителә. Почта бүлексәһендә үҙеңде һаҡлау ғына түгел, ә беренсе кәрәк-яраҡ тауарҙары, канцелярия кәрәк-яраҡтары, конверттар hәм открыткалар һатып алырға ла мөмкин. Ә уңышҡа ышаныусылар өсөн hәр ваҡыт лотерея билеттары һатыла. Почта бүлексәһенең яуаплы зонаһында Ҡыңғыр-Мәнәүез генә түгел, яҡын-тирәләге Сулпан, Ҡунаҡҡол, Ҡасим hәм Разия ауылдары ла бар. Айгөл Мансур ҡыҙы менән бергә бында ике почтальон эшләй: Ҡыңғыр-Мәнәүездә почта таратыусы Диана Эльвир ҡыҙы Зәйнетдинова hәм зонаһы Ҡунаҡҡолда булған Рузима Ҡәнәфи ҡыҙы Биктимерова.

Почтальондар — ябай эшселәргә ҡарағанда күберәк. Улар hауа торошона hәм йыраҡлыҡҡа ҡарамаҫтан, адресаттарға гәзит-журналдар илтеп бирәләр, hәр йортҡа йылылыҡ алып киләләр. Тап бына уларҙың хеҙмәте һөҙөмтәһендә почта кешеләр араһында ышаныслы hәм алыштырыһыҙ бәйләнеш сараһы булып ҡала.

Диана Эльвир ҡыҙы почта эшендә яңы кеше. Ул почта был йылдың мартында эшләй башланы.

— Эшем миңә бик оҡшай. Бында кешеләр изге күңелле, ярҙамсыл. Әгр нимәлер белмәһәм, hәр ваҡыт ярҙам итәләр. Бында халыҡ шундайкиң күңелле, — тип уртаҡлаша Диана Зәйнетдинова. — Мин үҙем ситтән килгән кеше, ләкин ауыл халҡы менән уртаҡ телде тиҙ таптым. Бында барыһы ла үҙебеҙҙеке, барыһы ла бер-береһен яҡшы белә. Коллективыбыҙ дуҫ, берҙәм. Yҙ-ара ярҙамлашыу — беҙҙә иң мөһиме. Ҡыңғыр-Мәнәүез почта бүлексәһе эше үҙ эшенә бирелгән кешеләргә таяна. Технологиялар үҫешенә бәйле үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, почта мөhим hәм кәрәкле сервис булып ҡала бирә, ә почта хеҙмәткәрҙәре — халыҡ өсөн йылылыҡ hәм ҡайғыртыу өлгөһө булып ҡала.

Ирина ФОМИНА

Автор фотоһы.

Ваҡыт үҙгәрә, элемтә ҡала
Ваҡыт үҙгәрә, элемтә ҡала
Автор:
Читайте нас