Йәйге эҫе көндәр дауам итә, тимәк, Дим йылғаһы буйлап ағыуҙар дауам итә! Бына тағы бер төркөм балалар тыуған яҡтарын яҡшыраҡ белер өсөн, Бишбүләк районының төп һыу юлы буйлап сәйәхәткә сыҡты. Тәжрибәле остаздар етәкселегендә улар йылға буйлап 20 саҡрым самаһы йөҙөп үтте, яр буйында бер нисә туҡталыш яһаны һәм йәштәштәре менән ваҡытты күңелле үткәрҙе.
Был сәйәхәт балаларҙың күңелендә матур хәтерендә булып ҡалыр тип ышанабыҙ.
https://vk.com/officialbiz