Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
15 Июль 2025, 10:47

Изге эш башҡаралар

Набережный ирекмәндәре әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтеп, үҙ ауылдарында йәшәүселәрҙе изге эштәргә рухландыралар

Изге эш башҡараларИзге эш башҡаралар
Изге эш башҡаралар

Махсус хәрби операция башланыу менән бөтә ил менән ирекмәнлек хәрәкәте киң ҡолас алды, тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә киң масштабҡа эйә булды, ул йәш айырмаһына ҡарамайынса бихисап кешеләрҙе үҙенә йәлеп итте.

— Беҙҙең «Женское счастье» ирекмәндәр төркөмөнөң төп өлөшө туҡыҙ кешенән тора, — ти мобиль команданың башында тороусы Зәмирә Фәрит ҡыҙы. — Төркөмдөң исеменән үк аңлашыла: уның составында теләһә ниндәй хәрби конфликттарҙы ҡәтғи рәүештә ойоштороп, тыныс, бәхетле тормош өсөн генә сығыш яһаусы һәм үҙ эштәре менән еңеүҙе яҡынайтыусы ауылдаштар бар. Пенсия йәшенә етеп, иң йәш ирекмәнгә илле ете йәш тулыуға ҡарамаҫтан, улар көн һайын, даими эшкә йөрөгән кеүек, ауыл мәҙәниәт йортона йыйыла: Рәсәй яугирҙәренә күптән көтөлгән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индерә. Былар - Зилә Райманова, Ләйлә Нәбиуллина, Мөхтәрәмә Ғәйнетдинова, Зөлфиә Сәғҙиева, Альмира Ибраhимова, Дания Вәлиева, Дилә Мурзина hәм, шул иҫәптән мин дә. Айырым рәхмәт һүҙҙрәе менән берҙән-бер ир-атты — барлыҡ эштәрҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсы һәм һәр эшкә оҫта Риян Ғәйнетдиновты билдәләп үтке килә. Уның«Зема» позывнойлы ҡәҙерле улы бөгөн СВОла һуғыша hәм бик яҡшы хеҙмәте өсөн дәүләт бүләктәренә эйә. Инициатив төркөм барлыҡҡа килеү менән ҙур булмаған ауылда гражданлыҡ активлығы һиҙелерлек йәнләнде. Шулай уҡ Еңеүҙең 80-йыллығын байрам итеү осоронда төрлө саралар һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы ла ыңғай роль уйнаны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Набережный ауылында йәшәүселәрҙең һәм унан сығыусыларҙың көсө һәм финанс ярҙамы менән ауыл клубы янында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, тыл ветерандарына hәм МХО-ла ҡатнашыусыларға бик матур обелиск ҡуйылды, ул 9 Май алдынан тантаналы төҫтә асылды. Ҙур хеҙмәт талап итә торған эштең уңышлы тамамланыуына рухланған ауыл халҡы бының менән генә туҡталманы: әлеге  ваҡытта улар бергәләп аҡса йыйырға һәм ауыл клубы тирәһендәге ҡойманы алыштырырға булдылар.

— «Женское счастье» төркөмөнөң МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн материалдар әҙерләү буйынса эш төрҙәре башҡа ирекмәндәр төркөмдәренән әллә ни айырылмай, — тип дауам итә Зәмирә Зәкәриә ҡыҙы. — Беҙ 110 маскировка селтәре әҙерләнек биш йөҙ блиндаж шәме, 2000 пакет сәй, 1300 шырпы, 1600 марля салфеткаһы, 60 ортопедик мендәр, госпиталдәр өсөн ятаҡ күлдәге, аяҡ-ҡулдары яраланғандар өсөн чехолдар, өс бармаҡлы бирсәткәләр, манишкалар, йылы йөн ойоҡбаштар, чебурашка талисмандары, «Леший» костюмдары h.б. әҙерләп ебәрҙек. Барыһын да һанап бөтөрөрлөк түгел, улар бик күп. Был беҙҙең хеҙмәтебеҙ генә түгел. Материалдар һатып алыуға әйберҙәр hәм аҡсалар менән төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тарафынан даими ярҙам күрһәтелә. Беҙ уларҙың барыһына ла бының өсөн бик рәхмәтле! Автоволонтерҙарға ла айырым рәхмәт әйтке килә, улар, бигерәк тә ҡышҡы осорҙа, юлһыҙ ерҙән беҙгә кәрәкле барлыҡ материалдарҙы алып киләләр.

Ауыл клубында булып, һуғыш зонаһына оҙатылырға әҙер булған ирекмәндәрҙең әҙер продукцияһы менән танышҡандан һуң, ауылдың мәҙәниәт усағына бер аҙ ремонт яһау ҡамасауламаҫ ине, тип уйланылар: түбәһе урыны-урыны менән аға ине, тәҙрә рамдары йылыны тотмай, бинала ҡараңғы, ҡайһы бер урындарҙа иҙән алыштырырға кәрәк булды. Ул сағында ул ҡатын-ҡыҙ бәхетен эҙләүселәрҙе генә түгел, ә Набережный ауылында йәшәүселәрҙең барыһын да йәлеп итә торған урын булды.

Владимир СМОЛОВ.

Изге эш башҡаралар
Изге эш башҡаралар
Автор:
Читайте нас