Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
16 Июля 2025, 04:13

Һыу вайымһыҙлыҡты яратмай

Бер көндә өс ир-ат һыуға батҡан

Һыу вайымһыҙлыҡты яратмайҺыу вайымһыҙлыҡты яратмай
Һыу вайымһыҙлыҡты яратмай
 
Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында өс ир һәләк булған, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы.
Әбйәлил районының Мауыҙ күленән 63 йәшлек ирҙең кәүҙәһен ярға сығарғандар. Асыҡланыуынса, Силәбе өлкәһенән ирҙәре менән ял итергә килгән ике апалы-һеңлеле иҫерек булған. Улар һыу инергә киткән һәм бер ир ярҙан 20 метр алыҫлыҡта һыу аҫтына киткән.
Учалы районының Миндәк ауылында ла күңелһеҙ ваҡиға теркәогән. Водолаздар күлдән һыуға батып үлгән 38 йәшлек ирҙе сығарған.
Белорет районындағы быуанан ҡотҡарыусылар 51 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған.
Һәр осраҡта ла һыу инеүҙе тыйған аншлагтар тора, һыу инеү урындары йыһазландырылмаған. Оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Башинформ. 
Һыу вайымһыҙлыҡты яратмай
Һыу вайымһыҙлыҡты яратмай
Автор:
Читайте нас