Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
17 Июль 2025, 09:56

Стәрлетамаҡтар Ағиҙел йылғаһы ярын таҙартты

Акция сиктәрендә ирекмәндәр үҙҙәренең һөҙөмтәләрен “Йәшел ғәҙәттәрҙең эко-трекеры”на ла теркәгән, был уларға тәбиғәткә ярҙам итеү генә түгел, ә эко-балл йыйыу мөмкинлеген биргән.

Стәрлетамаҡтар Ағиҙел йылғаһы ярын таҙарттыСтәрлетамаҡтар Ағиҙел йылғаһы ярын таҙартты
Стәрлетамаҡтар Ағиҙел йылғаһы ярын таҙартты

Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы "Экологик именлек" (национальный проект «Экологическое благополучие»)милли проектының "Рәсәй һыуы" һәм "Таҙа һауа" федераль проекттары сиктәрендә уҙғарылған экологик акцияла ҡатнашты. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә.

Ҡатнашыусылар араһында ведомство хеҙмәткәрҙәре, эре предприятиелар, белем биреү учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау эшенә шәхси өлөш индерергә ҡарар иткән битараф булмаған кешеләр ҙә бар.

Дөйөм көс менән 100 ҡап сүп-сар йыйып, Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп кенә район халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урынына әүерелгән  Ашҡаҙар арты микрорайонындағы Ағиҙел йылғаһының яр буйы биләмәһен 1500 метр алыҫлыҡта тәртипкә килтереүгә өлгәшкәндәр.

Акция сиктәрендә ирекмәндәр үҙҙәренең һөҙөмтәләрен “Йәшел ғәҙәттәрҙең эко-трекеры”на ла теркәгән, был уларға тәбиғәткә ярҙам итеү генә түгел, ә эко-балл йыйыу мөмкинлеген биргән.

— Бындай акциялар мөһим, әммә экологик проблемаларҙы ысын мәғәнәһендә хәл итеү һәр кемдең көндәлек аңында. Таҙалыҡ - улар йыйыштырған ерҙә түгел, ә сүпләмәгән ерҙә. Әгәр ял итеүселәр ҡалдыҡтарын үҙҙәре менән алып китһә, аҙ көс һалып тәбиғәтте һаҡлай аласаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы

Стәрлетамаҡтар Ағиҙел йылғаһы ярын таҙартты
Стәрлетамаҡтар Ағиҙел йылғаһы ярын таҙартты
Автор:
Читайте нас