

Быйыл «Рәхәттә» халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестиваленә медицина туризмы, шифахана өлкәһендәге инновациялар, экологик ял һәм баҙарҙың алдынғы уйынсылары менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн заманса ҡарарҙарға баҫым яһаласаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
– Быйыл мунса фестиваленә былтырғыға ҡарағанда бер ярым тапҡырға күберәк ҡунаҡ көтәбеҙ – 15 мең самаһы. Фестивалдең популярлығы арта: сәләмәт йәшәү рәүешенә күберәк кеше ҡушыла. ЗОЖ - ул модалы һәм стилле. Әммә беҙҙең фестиваль күңел асыу тураһында ғына түгел. Йөҙҙәрсә эшлекле кеше беҙгә тәжрибә туплау өсөн киләсәк.
Мәҫәлән, «Ҡала мунсалары» белорус компанияһы делегацияһы икенсе йыл инде Өфөләге форумға килә. Беҙҙең тәжрибә миҫалында уҙған йыл аҙағында Белоруссияның баш ҡалаһында коллектив парлашыу буйынса беренсе асыҡ чемпионат үткәрелде, уның идеяһын белорус партнерыбыҙ – «Ҡала мунсалары» директоры Анатолий Марченко, үҙе әйтеүенсә, Өфөлә күҙәткән. Хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә халыҡ-ара мунса фестивалендә алынған тәжрибә Минскиҙа уңышлы ғәмәлгә индерелә. Һәм бындай миҫалдар байтаҡ.
– Бөгөн беҙҙең бурыс - мунса сәнғәтен, традицияларҙы үҫтереү, тәжрибә тапшырыу, башҡортостандарҙың һаулығы хаҡында хәстәрлек күреү һәм, әлбиттә, был мәҙәниәткә ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү, – тип аңлатма бирҙе Маргарита Дмитриевна.
Төрөк һәм немец партнерҙары ла мунса фестивале сиктәрендә «Һаулыҡ һәм туризм» һәм «Иҡтисад» дискуссия форумдарында ҡатнашырға теләк белдергән. Төркиәнең Limak компанияһы вәкилдәре SPA һәм курорт хеҙмәттәре өлкәһендәге тәжрибәһе менән таныштыра.
Бизнесты киңәйтеү, капиталды, һатыуҙы арттырыу, әйләнеште, килемде арттырыу буйынса ҙур компанияларҙың бизнес-консультанты Папстел Ойген (Мюнхен) белем һәм мәғлүмәт менән уртаҡлашырға теләй. Папстел әфәнде үҙ бизнесын башларға йәки киңәйтергә теләгән кешеләр менән осрашырға ниәтләй. Әйткәндәй, немец эшҡыуарының һөнәри стажы сирек быуатҡа яҡын - 24 йыл тәшкил итә. Бизнесмен 18 йәшендә беренсе компанияһын аса, ә 20 йәшендә үҙенең беренсе миллион евроһын эшләй. Уның бизнес-багажында Европаның иң ҙур концерндары: Basf, Lidl, Siemens һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итеү.
Һаулыҡ һаҡлау, туризм һәм бизнес системаһының республика, Рәсәй һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә. Атап әйткәндә, дискуссияларҙа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Неля Шәрипова, телевидение алып барыусыһы Дмитрий Каретко, «Башҡорт кәзәһе» экофермаһы хужаһы Эдуард Ниғмәтуллин, шулай уҡ төбәктең шифаханалары, медицина клиникалары һәм инновация үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Термаль сығанаҡтарҙы популярлаштырыу, эко-ялды үҫтереү, шифахана-курорт бизнесы өлкәһендә маркетинг һәм яңы wellness-программаларҙы ғәмәлгә индереү буйынса фекер алышыуҙар үтәсәк. Шулай уҡ һаулыҡ продукттары һәм үҙ-үҙеңде тәрбиәләү менән бәйле бер нисә осрашыу көтөлә. Һәм, әлбиттә, Башҡортостан шифаханалары һәм компаниялары тәжрибәһе менән уртаҡлашыр тип көтөлә.
Мәҫәлән, «Ҡарағай» шифаханаһы заманса йәшәртеү методикаһын һәм климатотерапияны ҡулланыуҙы тәҡдим итәсәк, «Чехов ҡан тамырҙары үҙәге» клиникаһы (Октябрьский ҡалаһы) үҙ хеҙмәттәренең презентацияһын үткәрәсәк, «Медицина туризмы» компанияһы сәләмәт илде үҫтереүгә инвестициялар хаҡында һөйләйәсәк. Төмәндәр мунса мәҙәниәте үҫешенең тарихын үҙ өлкәһе миҫалында күрһәтәсәк.
Айырым секция ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы мәсьәләләренә арналасаҡ. Фестивалдә ҡатнашыусылар «Фоматов SLIM» программаһы буйынса фигураны тергеҙеүгә һәм диетаһыҙ ябығыуға яңы алымдар, тын юлы ағзалары һәм инфекцияларҙы иҫкәртеү өсөн «Вибро Ланг» аппаратын ҡулланыу практикаһы менән танышасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәхәттә» мунса фестивале 26-27 июлдә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында үтәсәк. Ойоштороусылар - «Рәхәттә» командаһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Евразия мунса федерацияһы, Милли мунса ассоциацияһы һәм төбәк шифаханалары ярҙамында.
Форумдың тулы программаһын һәм өҫтәмә мәғлүмәтте сараның рәсми сайтында алырға мөмкин: https://нарахате.рф
Сығанаҡ: https://mgazeta.com