

Рәсәйҙә рәсми рәүештә балаларҙы автомобилдәрҙә сертификацияләнған креслонан башҡа йөрөтөүҙе тыйҙылар. 1 сентябрҙән хәүефһеҙлек ҡайышы һәм айырым фиксаторҙар, адаптерҙар кеүек шикле альтернативаларҙы ҡулланырға ярамай. Балаларҙы ышаныслы һәм тикшерелгән махсус автокреслоларҙан башҡа йөрөтөүҙе тыйыуҙы айырым ҡарар менән Министрлар кабинеты башлығы Михаил Мишустин раҫланы.
Элек ҡайһы бер етештереүселәр төрлө автомобиль адаптерҙарын һәм ҡоролмаларҙы тулы ҡиммәтле автокреслолар тип һанарга мөмкинлек биргән документ ала ине. Ысынында иһә был ҡоролмалар юл-транспорт һәлакәте осрағында баланың хәүефһеҙлеген тәьмин итмәй. Аңлатма яҙыуында билдәләп үтелеүенсә, сертификацияланмаған ҡорлмалар, каркасһыҙ креслолар һәм ҡайыш адаптерҙары авариялар ваҡытында тейшле һаҡлауҙы тәьмин итмәй генә түгел, ә баланың имгәнеү ҡуркынысын тағын да арттыра.
Яңы нормалар нигеҙендә, юл йөрөү ҡағиҙәләрендә балаларҙы тотып тороу системаһын теүәл билдәләү иедерелә. Хәҙер бындай ҡоролмаларға балаларҙы йөрөтөү өсөн махсус билдәләнгән сертификацияланған автокреслолар, бутсерҙар ғына керә. Балаларҙы фиксаторҙар һәм хәүефһезлек ҡайыштары ярҙамында йөрөтөү балалар автокреслоһы булмауға тиңләштерелде. Ә бының өсөн штраф ҡаралған.
Балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн машина йөрөүселәргә — 3 мең һум, вазифа биләгән кешеләргә — 25 мең һум, ойошмаларға 100 мең һум штраф янай.
Фото: mkpenza.ru