Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Июль 2025, 10:52

Бер көнө йылды туйҙырыр мәл

«Марс» йәмғиәте беренселәрҙән булып ураҡҡа төштө

Бер көнө йылды туйҙырыр мәлБер көнө йылды туйҙырыр мәл
Бер көнө йылды туйҙырыр мәл

Район баҫыуҙарында иген һәм ҡуҙаҡлы культураларны сабыу башланды. Районда беренселәрҙән булып «Марс» йәмғиәтендә 25 гектарҙа арыш сапҡандар. Ҡоро ҡояшлы кҡндәрҙә игенде йыйып, һаҡлауға ҡуйырға ла өлгөргәндәр 130 гектар майҙанда көҙгө бойҙай өлгөрөп килә инде. Хужалыҡтың сәсеүлек майҙандарындағы кеүек бойҙай, арпа һәм һолоно йыйып алырға кәрәк. 90 гектарҙа борсаҡ йыйыуға керешкәндәр. Был юғары аҡһымлы культураны районда бер нисә хужалыҡ ҡына үҫтерә.

— Быйыл иген культураларның уңышы яҡшы. Быға hауа шарттары ла ярҙам итте — игендәр үҫһен өсөн яуым-төшөм дә, йылылыҡ та етeрлек булды, — тине «Марс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Бәҙретдинов.

Ауыл хужалығы культураларының уңышы күп кенә ойоштороу факторҙарына бәйле. Хужалыҡта иген игеү технологияһына ҙур иғтибар бирелә. Тупраҡ ваҡытында һәм сифатлы эшкәртелә, минераль ашламаларҙы hәм үҫемлектәрҙе яҡлау сараларын ҡулланмайынса булмай. Сорттарҙы алыштырыу hәм яңартыу өҫтөндә даими эшләйҙәр. Бынан башҡа юғары уңыш hәм сифатлы ашлыҡ алыуға өмөтләнергә тура килмәй.

Игенде сабыуҙа тәжрибәле механизаторҙарның береһе Таhир Фазлиәхмәтов  эшләй. Урып-йыйыу ваҡытында ул үҙенә беркетелгән МТЗ-82.1 «Беларус» тракторына быйыл хужалыҡ һатып алған яңы ЖВЗ урғысын тағып ҡуйған. Бына инде бер нисә йыл рәттән Таhир Минебулат улы яҙҙан алып көҙгә ҡәҙәр ошо хужалыҡ баҫыуҙарында эшләй. Хужалыҡ етәксеһе уны тәжрибәле, ауыл хужалығы техникаһын белеүсе hәм үҙ һөнәрен яратыусы белгес, тип таный.

Урып-йыйыу hәм мал аҙығы әҙерләү өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары запасы етeрлек күләмдә һатып алынған. Иген йыйыу техникаһы бар hәм механизатор кадрҙар менән тәьмин ителгән. Ындыр табағы hәм ашлыҡ таҙартыу техникаһы, склад биналары яңы уңышты ҡабул итергә әҙер, улар ремонтланған, дезинфекцияланған. Хужалыҡтың һаҡсыл етәксеһе автогараж майҙансығына асфальт һалып, иген һаҡлау өсөн өҫтәмә резерв бина әҙерләгән.

«Марс» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре, ныҡлап әҙерләнеп, көҙгө һәм яҙғы иген культураларын йыйыуға керешкән. Урып-йыйыу эштәре көндән-көн киң ҡолас ала бара.

Ғәзи МӨХӘМӘТОВ.

Автор фотоһы.

 

Бер көнө йылды туйҙырыр мәл
Бер көнө йылды туйҙырыр мәл
Автор:
Читайте нас