Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Июль 2025, 06:51

Күңел ҡушыуы буйынса

Йылбулаҡтамаҡтан Гөлгөнә Садыҡова икенсе тапҡыр яралы яугирҙәргә ярҙам итергә барған

Күңел ҡушыуы буйынсаКүңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса

Башҡортостан республикаһынан ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды составында яҡташыбыҙ Гөлгөнә Марван ҡыҙы сираттағы командировканан ҡайтты. Ул ике аҙна дауамында башҡа ирекмәндәр менән Луганск госпиталдәренең береһендә яралы яугирҙарҙы ҡарауҙа медицина ярҙамы күрһәтте.

Йылбулаҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Гөлгөнә Садыҡованың был икенсе командировкаһы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ирекмәндәрҙең тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2024 йылдың көҙөндә ойошторолдо. Был эштәр өсөн түләнмәй, отряд составында ирекмән ҡатын - ҡыҙҙар күңел ҡушыуы буйынса йөрөй, кемдер төп эшенән ял иткәндә, хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар, үҙ эше менән шөғөлләнеүселәр һәм буш ваҡытта ирекмәндәр булып йөрөй алғандар бар. Йәғни отряд тураһында махсус хәрби операция башланғандан һуң барлыҡҡа килгән фекерҙәштәр, ирекмәндәр берләшмәһе тип әйтергә мөмкин. Һәм беҙҙең героиня әйтеүенсә, ул бер тапҡыр ҙа был мөһим эштә ҡатнашҡаны өсөн үкенмәгән, унда ул ысынбарлыҡта яугирҙарға терелергә ярҙам итә.

Сығанаҡ: vk.com/wall-204067658_2222

Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Автор:
Читайте нас