+28 °С
Болотло


17 көндөҙгө лагерь көнө "Дуҫлыҡ йәйғорҙары" бик ҡыҙыҡлы һәм бай булды. Тәмле иртәнге аштан һуң юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса Дәүләт инспекторы Вдовин М.В. һәм район мәғариф бүлеге белгесе Низамов Ю.С. балалар менән "Йәй" темаһына әңгәмә ойошторҙо.
Каникулдар мәлендә иң йыш осраған ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында һөйләнеләр, велосипед, электр самокаты, питбайк, мотоцикл кеүек транспорт төрҙәрендә нисек дөрөҫ һәм ҡайҙа хәүефһеҙ йөрөүҙе асыҡланылар. Ҡыҙыҡһыыныусан балалар үҙҙәрен ЮХХДИ инспекторы ролендә һынап ҡараны. Осрашыу бик фәһемле булды.
https://vk.com/public201675390