Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
22 Июль 2025, 06:53

Тиҙҙән ямғырҙар башлана

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо көтөлә. Шул уҡ ваҡытта температура шаҡтай юғары булып ҡала.

Тиҙҙән ямғырҙар башланаТиҙҙән ямғырҙар башлана
Тиҙҙән ямғырҙар башлана

Шишәмбе, 22 июлдә, урыны менән көндөҙ һауа +24, +29° тиклем йылына. Бер аҙ ямғыр, көндөҙ йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө.

Шаршамбы, 23 июлдә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшенле, көндөҙ локаль ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +22, +27°.

Кесаҙна, 24 июлдә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшенле, көндөҙ ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +22, +27°.

https://www.bashinform.ru

Тиҙҙән ямғырҙар башлана
Тиҙҙән ямғырҙар башлана
Автор:
Читайте нас