Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
22 Июль 2025, 18:21

Урып-йыйыу эштәренә старт бирелде

«Родник» агрофирмаһында уҙған район семинары аграрийҙар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде.

Урып-йыйыу эштәренә старт бирелдеУрып-йыйыу эштәренә старт бирелде
Урып-йыйыу эштәренә старт бирелде

Семинарҙа хужалыҡ етәкселәре, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлыҡтары, райондың ауыл хужалығы идаралығы, «Россельхозцентр» белгестәре, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡатнашыусылар заманса технологиялар һәм ҡорамалдар менән танышып ҡына ҡалманы, ужым культураларын урып-йыйыу һәм сәсеү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә тикшерҙе. Технологик процестарҙы үтәүгә, эштәрҙе үткәреү ваҡытына һәм хеҙмәт хәүефһеҙлегенә айырыуса иғтибар бүленде.

Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Артур Амур улы Ғәлиев сәләмләне. Семинарҙы асып, ул был мәлдең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды: аграрийҙарҙың именлеге урып йыйыуҙың ваҡытында һәм сифатына бәйле. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, заманса технологиялар ҡулланыу һәм игенселәрҙең ныҡышмалы хеҙмәте арҡаһында мул уңышғап өмөт итәбеҙ, тине ул. Семинар программаһы менән таныштырып, «Родник» Агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Дмитрий Сергеевич Михайловҡа һүҙ бирелде. Йәш етәксе хужалыҡтың ағымдағы эштәре, урып-йыйыу эштәре барышы һәм ужым культураларын сәсеүгә әҙерлек хаҡында ҡыҫҡаса һөйләне. Һуңынан ул семинарҙа ҡатнашыусыларҙы яңы ҡеүәтле иген таҙартыу комплексы менән йыһазландырылған иген киптереү ҡоролмаһы менән таныштырҙы.

Семинарҙың практик өлөшө борсаҡ баҫыуында үтте. «Родник» агрофирмаһында ҡулланылған заманса техниканы күрһәтеү семинарҙа ҡатнашыусыларҙа ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. Яңы комбайндар, тракторҙар һәм башҡа ҡорамалдар ауыл хужалығы эштәренең етештереүсәнлеген һәм һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирә. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, атап әйткәндә, яланда янғын һүндереү машинаһы булыуы. Һуңынан комбайндар яҫмаларҙы һуғыу буйынса яйға һалынған эште күрһәтте

Ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Линар Сәмиғуллин урып йыйыу кампанияһын ойоштороу һәм ужым культураларын сәсеүгә тупраҡ әҙерләү тураһында һөйләне. Ураҡтың оптималь ваҡыты, иген юғалтыуҙы кәметеү, шулай уҡ урындағы климат шарттарына тотороҡло ужым культуралары сорттарын һайлау мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленде. Ул сәсеү әйләнешен үтәүҙең һәм киләһе йылда юғары уңыш алыу өсөн кәрәкле ашламалар индереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Семинар барышында ҡатнашыусылар араһында фекер алышыу йәнле үтте. Аграрийҙар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты, белгестәргә һорауҙар бирҙе, проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерҙе. Семинарға йомғаҡ яһап, Артур Амур улы урып-йыйыу һәм ужым культураларын сәсеүҙе ваҡытында һәм сифатлы үткәреү буйынса төп бурыстарҙы билдәләне. Ул урып-йыйыу һәм иген комбайндарына йөкләмәнең бик ҙур булыуын һәм булған техниканы бик һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла был яуаплы осорҙо уңышлы тамамлауҙарын теләне.

Ирина ФОМИНА.

Авторҙың фотоһы.

 
 
Урып-йыйыу эштәренә старт бирелде
Урып-йыйыу эштәренә старт бирелде
Урып-йыйыу эштәренә старт бирелде
Урып-йыйыу эштәренә старт бирелде
Урып-йыйыу эштәренә старт бирелде
Урып-йыйыу эштәренә старт бирелде
Автор:
Читайте нас