

Рәсәйҙә элек-электән Ватанды ир-егеттәр генә һаҡламаған. Улар менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хәрби хеҙмәттә ҡатнашкан. Украинала махсус хәрби операция башланғандан һуң хәрби хәрәкәттәр зонаһында медицина хеҙмәткәрҙәре күп кәрәк булды. Врачтар hәм шәфҡәт туташтарының һуғыш яланында һәм фронт яны госпиталдәрендә эшләүе ауыр һәм хәүефле. Уларҙың ролен баһалап бөтөрөп булмай, сөнки һуғышсының ғүмере йыш ҡына тап бына ул яраланғандан һуң беренсе сәғәттәрҙә кем ҡулына эләгеүенә бәйле.
Розалия Ниғмәтйәнова Йылбулаҡтамаҡ ауылында ябай ғаиләлә тыуған. Яҡшы уҡый, спорт менән мауыға, уның ата-әсәһе лә спорт менән актив шөғөлләнә. Атаһы бала саҡтан уҡ көрәшсе була, әсәһе — еңел атлетикасы. Ҡыҙ бала саҡтан уҡ үҙен яҡлаусы, кешеләргә ярҙам итеүсе кеше итеп күрә һәм шул турала йәшерен хыяллана. Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға инергә теләй, ләкин аяғы һыныуҙан алған йәрәхәт ҡамасаулай. 2020 йылда Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, Өфө медицина колледжына уҡырға инә. Һөнәр һайлау осраҡлы ғына булмай, өләсәһе (хәҙер ул оло йәштә инде) ғүмере буйы ауыл медпунктында фельдшер булып эшләгән, апаһы Бәләбәй медицина колледжын тамамлап, үҙен медицинаға бағышлаған.
Өс йылдан һуң дипломлы белгес — шәфҡәт туташы Розалия үҙенең хеҙмәт юлын Ҡазан ҡалаһында башлай. Бала саҡ хыялы онотолмай. Хәрби хеҙмәт тураһындағы уйҙар лдән-әле башына килә. 2023 йылдың 24 ноябрендә Розалия Радик ҡыҙы Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ата-әсәһе, туғандары hәм яҡындары уның ҡарарын хуплай. Барлыҡ тейешле документтарҙы әҙерләгәндән һуң, ҡыҙҙы Ростов өлкәһенә ебәрәләр, унда ул тактик медицинаны үҙләштерә һәм яраланған һуғышсыларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша.
Беҙ барыбыҙ ҙа Курскиҙа Украина Ҡораллы Көстәре — террорсылар Курск өлкәһенә һөжүм иткәндә, ниҙәр булғанын хәтерләйбеҙ. Шул ваҡиғаларҙан һуң Розалияны башҡа врачтар hәм шәфҡәт туташтары менән бергә шунда ебәрәләр. Хәрбиҙәргә лә, тыныс халыҡҡа ла медицина ярҙамы күрһәтәләр. Унда Курскиҙа госпиталдә хеҙмәт иткәндә, холҡо буйынса һуғышсан hәм шул уҡ ваҡытта нәфис һөйкөмлө ҡыҙ «Сакура» позывнойы ала. Ә тарихы бындай: яраланғандан һуң дауаланған курсанттар, Розалияны күреп, уның менән аралашҡанда: «Японияла иң яҡшы һуғышсыны самурай, тип атайҙар, ә иң матур сәскә — сакура сәскәһе», — тигәндәр.
Хәрби медиктарҙы даими рәүештә дислокацияның бер урынынан икенсеһенә күсерәләр. Розалия бындай үҙгәрештәргә һәр ваҡыт әҙер була, хеҙмәт — хеҙмeт инде ул. Киләһе хеҙмәт итеү урыны Донецк Халыҡ Республикаһы хәрби госпиталдәренең береһе була. Бөгөн ҡыҙ инде башҡа госпиталдә операция бүлегендә шәфҡәт туташы сифатында хеҙмәт үтә. Яраланған һуғышсыларға ярҙам итеүен дауам итә, медицина ярҙамы күрһәтә һәм уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала. Розалия үҙәк телевидение Беренсе каналының миномет уты аҫтына эләккән телевизион операторының ғүмерен һаҡлап ҡалған хәрби медицина бригадаһы составында була.
— Башҡаларға ярҙам итеү һәм ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу — минең бурысым, мин быны бала саҡта уҡ аңланым, — ти ҡыйыу шәфҡәт туташы.
Һөнәр һайлауҙа ата-әсәләренең ҡыҙҙарының "аҡ халатлыларҙың һөнәрен һайлаһын ине" тигән теләктәре һәм үҙенең ҡыҙыҡһыныуы ҙур рооль уйнай, — ул медицинаны һайлай. Шул уҡ ваҡытта үҙаллы өйрәнмәйенсә, яҡшы врач була алмаясағын аңлай, хатта иң яҡшы уҡытыусы ла һиңә бөтә белемдәрҙе бирмәйәсәк. Шуға күрә йәш шәфҡәт туташы хәрби хәрәкәттәр зонаһына барыу — ул, бер яҡтан, яраланған һалдаттарға hәм офицерҙарға ярҙам итеү мөмкинлеге, ә икенсе яҡтан — баһалап бөткөһөҙ профессиональ тәжрибә туплау мөмкинлеге икәнен аңлай.
— Операциялар уңышлы үткәндә, кешенең ғүмерен ҡотҡарыуҙан һин ҙур шатлыҡ кисерәһең һәм көс арытыуын тояһың. Шул уҡ ваҡытта, кешегә ярҙам иткәндә, врачты ғына тыңларға, ул әйткәндәрҙең барыһын да теүәл эшләргә кәрәк. Был ваҡытта беҙ бер бөтөн булырға тейешбеҙ, — шулай тип «Сакура» һығымталар яһай.
Быйыл яҙғыһын «Сакура» ялға ҡайтҡан. Тыуған ауылы Йылбулаҡтамаҡта уны hәр ваҡыт ата-әсәһе, туғандары hәм дуҫтары көтә. Ата-әсәһе Радик Рифҡәт улы hәм Гүзәлиә Наил ҡыҙы ҡыҙҙары менән сикһеҙ ғорурлана. Ҡыҙ үҙенең махсус операция зонаһына барыу ҡарары өсөн бер тапҡыр ҙа үкенмәүен әйтә: «Бында hөнәремдә ҙур тәжрибә тупланым, мин уны гражданкала бер ҡасан да ала алмаҫ инем. Бик тиҙ өйрәнәһең һәм профессионал булаһың, сөнки һинең реакция тиҙлегенә hәм барыһын да дөрөҫ эшләүеңә яралының ғүмере бәйле».
«Сакура» бик яҡшы hәм аралашыусан, кешеләр менән бик еңел бәйләнешкә керә. Быға актив тормош позицияһын, урындар алмашыныуға hәүәҫлекте һәм ҙур позитив зарядын өҫтәгеҙ. Мoғайын, ысын хәрби шәфҡәт туташы шундай булырға тейеш тә — ҡайғыртыусан hәм тәүәккәл, барыһын да ташлап, тыуған йортонан йөҙҙәрсә километр алыҫлыҡта кешеләрҙе ҡотҡарырға әҙер булыу.
Ғәзи МӨХӘМӘТОВ.
Фото Розалия Ниғмәтйәнованың шәхси архивынан.