Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
25 Июль 2025, 14:35

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында йәшәүсе Махийәновтар гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районында ял иткән

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъяСәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

 Йәйге ялды һәр кем көтөп ала, хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Кемдер сит илгә диңгеҙ буйына  юлланһа, икенселәр ауылда ял итә, өсөнсөләр иһә сәйәхәт итеүҙе хуп күрә.

Эйе, үҙ ғүмерендә сәйәхәт ҡылырға хыялланмаған кеше бик һирәктер. Бының өсөн әллә күпме аҡса түгеп, ете ят сит илдәргә сығып китеү кәрәкмәй. Үҙебеҙҙең Башҡортостан һуң?!

Ошо көндәрҙә Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан Махийәновтар ғаиләһе Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районында булып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтҡан. Хозур тәбиғәт ҡосағында булыу өсөн кемдәр ҡайҙан ғына килмәй был ергә. Айырыуса, йәйге осорҙа, бынан туристар ағымы өҙөлмәй.  

- Беҙҙең улыбыҙ Бөрйән яғынан кәләш алды, Собханғолда тыуып үҫкән киленем Вилена менән улар хәҙер алты йыл бергә йәшәйҙәр. Йәштәр Өфөлә тора.  Ҡоҙағыйҙар менән аралашып торабыҙ, йыл һайын тигәндәй, шул яҡтарға барабыҙ. Былтырғы сәйәхәтебеҙ ҙә иҫтә ҡалырлыҡ булды, беҙ данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһендә булдыҡ. Барған һайын ул яҡтың тәбиғәтенә һоҡланып, онотолмаҫлыҡ тәьҫорттар алып ҡайтабыҙ, - тиҙәр Эльвира һәм Фәнил Мәхийәновтар.

Әлеге сәйәхәт тә ғаилә өсөн онотолмаҫлыҡ булған. Был юлы улар ике көн буйы Ағиҙел буйлап йөҙгән.

- Ҡоҙағыйҙарыбыҙҙың оло ҡыҙы туризм менән шөғөлләнә һәм ул беҙҙе Ағиҙел йылғаһы буйлап сәйәхәткә саҡырҙы. Барып урынлашҡас, һыу походында хәүефһеҙлек техникаһы менән таныштылар. Артабан турҙа ҡатнашыусылар экипаждарға бүленеп, ун кеше бер катамаранға ултырып, йылға буйлап йөҙөргә сыҡтыҡ. Тәүге көндә Иҫке Собханғолдан Ишдәүләт ауылына тиклем барҙыҡ, шунан икенсе көнөнә Миңдеғол ауылында туҡталыш яһаныҡ. Бөрйәндең иҫ киткес матурлығына һоҡланып, йыр, гармун, ҡурай моңдары аҫтында ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.  Кискеһен усаҡ яғып киске аш әҙерләү, хуш еҫле самауыр сәйен тәмләп эсеү, һыу буйында мунса төшөү, дискотека, фотосессия, шешлек ҡурыу — онотолғоһоҙ ялдың иң күңелле мәлдәре булды. 

Ожмахтай тәбиғәт матурлығына һоҡланып, яңы дуҫтар табып, һыу маршруты буйлап йылға буйлап сәйәхәт итеүҙән бик ҡәнәғәт ҡалған улар.     

- Был сәфәр  беҙҙең күңелдәрҙә онотолмаҫ матур бер хәтирә булып ҡалыр. Башҡортостаныбыҙҙың хозурлығын күреп, ыңғай тәьҫораттар менән күңел байлығы, көс-дәрт йыйып ҡайттыҡ, - ти улар. 

Фәнил һәм Эльвира Мәхийәновтарҙың оло ҡыҙҙары Илүзә лә туризм өлкәһен һайлаған, бөгөнгө көндә ул Бишбүләк ере буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ойоштора.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Фото: ғаиләнең шәхси архивынан. 

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Автор:Гумерова Л
Читайте нас