Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
28 Июль 2025, 07:31

Күпер юлды ҡыҫҡартасаҡ

Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр

Күпер юлды ҡыҫҡартасаҡКүпер юлды ҡыҫҡартасаҡ
Күпер юлды ҡыҫҡартасаҡ

Борай районында, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Етеҙ Танып аша һалынған күперҙе ремонтлай башланылар. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.

- Етеҙ Танып аша һалынған күпер Өфө - Бөрө - Яңауыл трассаһында, Ҡуҙбай һәм Ҡудаш ауылдары араһында, урынлашҡан. Был – төньяҡ райондарҙы республиканың үҙәге Өфө менән бәйләгән мөһим транспорт артерияһы. Юл дүрт район аша үтә һәм юлды ҡыҫҡарта. Үҙгәртеп ҡороуға һөҙөмтәһендә күпкә күберәк хәүефһеҙ буласаҡ, - тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Барлыҡ эштәрҙе лә киләһе йыл аҙағына тамамламаҡсылар. Эштәр барған ваҡытта ваҡытлыса урап үтә торған юл буйлап транспорт үтәсәк.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

https://bashgazet.ru

 

Күпер юлды ҡыҫҡартасаҡ
Күпер юлды ҡыҫҡартасаҡ
Автор:
Читайте нас