Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
1 Август 2025, 03:21

Халыҡ һынамыштары

Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.

Халыҡ һынамыштарыХалыҡ һынамыштары
Халыҡ һынамыштары

Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр.

Имән сәтләүеге күп булһа, йыл уңышлы килер.

Йәшен йыш булһа, баланды ҡырау алыр.
Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр.

              ***

1 августа ямғыр яуһа – көҙ илаҡ, ҡоро булһа – көҙ тыйнаҡ.

2 августа көн ҡоро булһа, алты аҙна буйы шул һауа торошо һаҡланыр.Әгәр ямғыр яуһа - аҙна тоташ ямғырға.3 августа көнө буйы йәшенләп ямғыр яуһа, боҙборсаҡ та көтөгөҙ.

4 августа киске томан ер өҫтөнә йәйелһә, көндәр эҫе торасаҡ.

7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.

Унында ҡырмыҫҡалар ояһын ҙурайта башлағанын тап итһәгеҙ, тимәк, ҡыш иртә һәм һыуыҡ килер.

11 августа өлгөргән һоло икенсегә йәшелләнһә, көҙ ямғырлы булыр.

Ун икеһендә һауа бөркөү, томра торһа, себен-серәкәй әсе тешләшһә – ямғырға.

13 августа ямғыр алдынан йәйғор ҡалҡһа, көн оҙаҡҡа боҙолор.

14 август ниндәй булһа, 28-ҙе лә шундай булыр.

Ун бишендә ел төшкә ҡәҙәр ҡояш ыңғайына әйләнеп, төштән һуң киреһенсә боролһа – аяҡ көндәргә ишара.

16 август ниндәй – 19 декабрь шундай.

17 августа ниндәй һауа торошо торор – ноябрь ҙә шундай булыр.

18 августа көндөҙ аяҙ булып, кискә табан болоттар ҡуйырһа, һауа торошо боҙолор.

19 августа көн нисек – 14 октябрь һәм ғинуар шулай килер.

20 августа иртән күтәрелгән томан ҡояш ҡалҡҡас таралып бөтһә, көндәр яҡшы торор.

Егерме икеһендә августа ысыҡ ни тиклем күп төшһә, иртәгәһенә шул ҡәҙәр эҫе булыр.

23 августа йылға –күлдәр өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.

24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр.

Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр.

27 августа йомшаҡ ел иҫһә – аяҙ көнгә. Ел көслө булһа, сентябрь һалҡын һәм ямғырлы килер.

28 августа көн матур торһа, 13-21 сентябрҙә ямғырлы булыр.

29 августа торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, 14 октябргә һалҡын булыр.

30 августа сәтләүек уңышы мул булһа, киләһе йыл арыш уңыр.

31 августа аяҙ булһа, сентябрҙең беренсе аҙнаһы ямғырлы булыр.

Халыҡ һынамыштары
Халыҡ һынамыштары
Автор:
Читайте нас