

Яҡут күленең һыуы һәм батҡағы шифалы икәнен урындағы халыҡ электән үк белә. Сығанаҡтың ниндәй сирҙәрҙән файҙалы булыуын яҙманан уҡығыҙ.
Яҡут ауылы янындағы тоҙло һыу сығанағы Ҡаҙлайыр йылғаһының һул ярында, Көйөргәҙе районының Яҡут ауылынан төньяҡҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ иғлан ителгән. Һыуы тоҙло, көкөртлө водород еҫе бар.
Күл һыуының һәм батҡағының үҙенсәлектәре һәм шифаһы Башҡорт дәүләт медицина университетының лаборатор тикшеренеүҙәре һәм Екатеринбургтағы һаулыҡ һаҡлау ғилми үҙәге тарафынан өйрәнелгән һәм иҫбатланған.
Урындағы һыу һәм батҡаҡ менән дауалау терәк-хәрәкәт аппараты, быуындар ауырыуҙары, радикулит, полиартрит, гипертония ауырыуының башланғыс стадияһы, йәрәхәт алғандан һуңғы өҙлөгөүҙәр, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында, простатит, гинекология һәм тире ауырыуҙары ваҡытында файҙалы булараҡ билдәләнгән.
ибәғәт Рахманғолов, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:
Яҡут күле шифаһы Ырымбурҙағы тоҙло күлдән һис тә ҡайтыш түгел, тиҙәр. Уның батҡағы менән быуын, һөйәк ауырыуҙарын, мускулдарҙы, хатта артрит, люмбаго, артроз, ревматизмды, һынған урындарҙы дауаларға мөмкин.
Бер генә иҫкәрмә: әсе-мәсе эсемлектәр күтәреп йөрөмәгеҙ инде берүк. Беренсенән, шифалы ләмдең эффекты булмаясаҡ. Икенсенән, Яҡут – АЙЫҠ АУЫЛ!".