Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
6 Август 2025, 08:10

“Воскресенск рәттәре” н ҡайтанан тергеҙәләр

Благовещендағы Совет урамы – иң тарихи һәм йәнле урамдарыбыҙҙың береһе. Элек ул Воскресенск урамы тип исемләнгән.

“Воскресенск рәттәре” н ҡайтанан тергеҙәләр“Воскресенск рәттәре” н ҡайтанан тергеҙәләр
“Воскресенск рәттәре” н ҡайтанан тергеҙәләр

Благовещен ҡалаһында “Воскресенск рәттәре” тергеҙелә. Ҡаланың Совет районын реконструкциялауға аҡса “Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү” конкурсында еңгән өсөн бүленә.

Төҙөкләндереү эштәре “Тормош өсөн инфрастуктура” милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты  (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса тормошҡа ашырыла.

Совет урамы – иң тарихи һәм йәнле урамдарыбыҙҙың береһе. Элек ул Воскресенск урамы тип исемләнгән. Шуға ла төҙөкләндереү буйынса яңы проекттың исеме “Воскресенк рәттәре” тип атала. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 90,2 миллион һум күләмендә федераль грант бүленгән. Республика Совет урамын яңыртыу өсөн  өҫтәмә рәүештә 47,6 миллион һум бүлгән. Тағы 1,4 миллион һум – федераль бюджеттан.

Проект Совет урамында Зенцов урамынан Ағиҙел урамына тиклем төҙөкләндереү эштәрен атҡарыуҙы күҙаллай.

Эштәр Совет урамының ҙур майҙанында барасаҡ. Бында йәйәүлеләр юлы киңәйтеләсәк, йылғаға ҡарау майҙаны барлыҡҡа киләсәк, уйын зонаһы, тыныс ҡына ял итеү урындары барлыҡҡа киләсәк, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Ағастар ултыртыу, ваҡ формалар архитектураһы ҡоролмалары эшләү ҙә ҡалаға яңы йәм бирәсәк.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

https://bashgazet.ru

“Воскресенск рәттәре” н ҡайтанан тергеҙәләр
“Воскресенск рәттәре” н ҡайтанан тергеҙәләр
Автор:
Читайте нас