

Заманалар алға елһә лә, ата-бабаларыбыҙҙың "Һәр кеше үҙенең ете быуынын белергә, халҡының тарихын онотмаҫҡа тейеш" тигән мәңгелек аманатына тоғролоғон иҫбатлағандай, һуңғы йылдарҙа йыйындар уҙғарыу изге йолаға әүерелде.
7 августа Шишмә ерендәге “Тура-хан” визит үҙәгендә “Мең ерлеге-мең берлеге” йыйыны үтте. Иң ҙур ырыуҙарҙың береһе булған меңлеләр башлыса Дим буйын төйәк иткән. Бында Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы, Благовар, Дәүләкән, Шишмә, Әлшәй, Миәкә, Ауырғазы районы вәкилдәре килгәйне. Ата-бабаларының төйәгендә йәшәгән меңлеләр халыҡ кәсептәрен сағылдырған күргәҙмәләр әҙерләгән, ырыу тамғалары төшөрөлгән, ырыуҙары яҙылған баннерҙар элгән, байрамға үҙҙәренең ерлеккә генә хас кейемдәрҙе кейеп килгәйне.
Төбәк-ара мең ырыуы Советы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) менән берлектә уҙғарылған сарала беҙҙең Бишбүләк районы ҡоролтайы ағзалары ла ҡатнашты. Күргәҙмәгә аҫалы балаҫтар, боронғо көнкүреш әйберҙәре менән бер рәттән Илсинә Хисмәтова һәм Светлана Хәйруллинаның ҡул эштәре лә ҡуйылды.
Моңло аҙан тауыштары менән башланып киткән байрамдың рәсми өлөшөндә Мең ырыуҙары төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Әхнәф Дәүләтйәр улы йыйылыусыларҙы йыйынды асып, һәммәһен сәләмләп үтте һәм байрам кәйефе теләне.
XV-XVI быуаттарҙа үҙ еренең һәм халҡының именлеген аҡыл-аңы ярҙамында һаҡлап ҡалған Ҡәнзәфәр бейҙең исеме Мең ырыуы вариҫтарының күңелендә изге аманат булып һаҡлана. Бөгөнгө йыйында ла уның һәм яҡындарының исемдәре исем-шәрифтәре хөрмәт менән телгә алынды. Мең ҡәүеменең хөрмәтле вәкиле, ғалим Фәнил Фәйзуллин тарихҡа байҡау яһаны. Мең ырыуы йыйынында милләт яҙмышы, туған телебеҙҙе һаҡлау мәсьәләһе тураһында ла һүҙ алып барылды.
Белеүебеҙсә, элек-электән йыйындар дәүләт ҡоро хеҙмәтен үтәгән. Шул уҡ ваҡытта унда халҡыбыҙҙың быуаттар буйы һаҡланып килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен дә онотмағандар: барлыҡ етди мәсьәләләр ҡурай моңо, йыр-бейеү, милли ярыштар менән үрелеп барған, халыҡ оҫталары майҙан тотҡан. Әлеге йыйында ла мең ырыуы һылыуҡайы исеменә дәғүә итеүселәр бар ине. Барлыҡ ҡыҙҙар араһында Ауырғазы ҡыҙы Вәлиева Аделяның сығышы һоҡланыу тыуҙырҙы. БСТ каналының тележурналисы Наил Юнысов “ошондай йәштәр барҙа, милләтебеҙҙең киләсәге өмөтлө“ тип билдәләне. Ул шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан шәхестәргә Ҡоролтайҙың юғары наградаһын - “Ал да нур сәс, халҡыңа” миҙалын тапшырҙы.
Был көндә майҙан тәңкәләр сыңлауынан, ҡурай моңдарынан, шат тауыштарҙан яңғырап торҙо. Сәхнә түренә бер-бер артлы моңло тауышлы йырсылар, дәртле бейеүселәр күтәрелде. Ҡаныҡай мәҙәниәт йортоноң “Наза” фольклор ансамбленең (етәксеһе Әминә Абдрахманова) дәртле таҡмаҡтары тамашасылар күңеленә хуш килде. Халыҡ күргәҙмәләргә ҡуйылған әйберҙәрҙе һәм “Тура-хан” музейындағы экспозицияларҙы ҡараны, йәшерәктәр иһә тау башындағы кәшәнәгә күтәрелде.
Районыбыҙҙың нәфис һүҙ оҫталары район кимәлендәге сараларҙа йыш сығыш яһай. Был көндә лә Динара Ноғоманова (Бишбүләк), Закир Ситдиҡов (Аҙнай), Сәмиғә Сәлихова (Ҡаныҡай) "Мин башҡортса һөйләшәм" шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашты һәм был бәйгене ойоштороусы Әхмәтшина Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙынан иҫтәлекле бүләк алды. Байрам йыр-моң, спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Айырым майҙанда уҡ атыусылар йыйылды, ҡул көрәше оҫталары ғәйрәттәрен күрһәтте, ҡатын-ҡыҙҙар иһә көйәнтәләп һыу ташыуҙа ярышты. Бишбүләк данын яҡлап, ярышта ҡатнашҡан физкультура уҡытыусыһы Азамат Хәбетдинов армрестлинг буйынса беренселекте алды. Йылдан-йыл уҡтан атыу шөғөлө популярлыҡ яулай һәм был йыйында ла 30-лап кеше ҡатнашты, ун ике гүзәл зат араһынан Ҡаныҡай һылыуы Гүзәл Буранғолова мәргән уҡсы булып танылды һәм беренсе урынға сыҡты.
- Мең ырыуы йыйынына беҙ традицион уҡтан атыу буйынса еңгән кешеләргә бүләк әҙерләп алып барҙыҡ. Беренсе өс урынға сәғәт бүләк ителде, икенсе урын алыусыларға – һауа дымландырғыс, өсөнсө урын алыусыларға ҡолаҡсындар алдыҡ. Был сараға Бишбүләктән 25-ләп кеше барҙы, унда ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм, - ти, район башҡорттары етәксеһе Булат Назиф улы Ноғоманов.
Йәйгеһен “Тура-хан” визит үҙәгенән туристар ағымы өҙөлмәй тиерлек, ә “Мең ерлеге-мең берлеге” йыйынында көн оҙоно ҡурай моңо, шат тауыштар яңғырап торҙо. “Киләсәктә лә берҙәмлектә йәшәргә яҙһын”, тип таралышты меңлеләр.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.