Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Август 2025, 06:56

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә энергетиктар һатыу тыйыла

Башҡортостан Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында алкоголһеҙ энергетиктарҙы һатыуҙы тыйыу тураһында хәбәр иттеләр.

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә энергетиктар һатыу тыйыла1 сентябрҙән мәктәптәрҙә энергетиктар һатыу тыйыла
1 сентябрҙән мәктәптәрҙә энергетиктар һатыу тыйыла

Республикала балаларға алкоголһеҙ энергетиктар һатыуҙы тыйыу тураһында федераль закон ғәмәлдә. 1 сентябрҙә ошондай эсемлектәрҙе һатыу урындарын сикләү тураһында республика законы көсөнә инергә тейеш: мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, дауаханаларҙа, театрҙарҙа, физкультура һәм спорт учреждениеларында уларҙы һатырға ярамай.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ике закон да махсус рәүештә стимулятор өҫтәлгән эсемлектәргә генә ҡағыла. Тонусты күтәреү компоненттары итеп кофеин һәм гуарана, женьшень, лимонник кеүек үҫемлектәрҙең экстракты ҡулланыла.

Тәбиғи эсемлектәргә (ҡымыҫ һәм кеүәҫ) килгәндә, улар алкоголһеҙ энергетиктарға ҡарамай, ирекле һатыла.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 1 сентябрҙә Башҡортостан магазиндарында хәмер һатыу тыйыла.

https://www.bashinform.ru

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә энергетиктар һатыу тыйыла
1 сентябрҙән мәктәптәрҙә энергетиктар һатыу тыйыла
Автор:
Читайте нас