Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
15 Август 2025, 02:44

Алғы һыҙыҡтағы һаҡлаусы фәрештәләр

«Вандам» позывнойлы яҡташыбыҙ, штурм ротаһы фельдшеры МХО зонаһында хәрби медиктарҙың эше тураһында ишетеп кенә белмәй

Алғы һыҙыҡтағы һаҡлаусы фәрештәләрАлғы һыҙыҡтағы һаҡлаусы фәрештәләр
Алғы һыҙыҡтағы һаҡлаусы фәрештәләр

Украинала махсус хәрби операция башланыу менән хәрби хәрәкәттәр зонаһында медицина хеҙмәткәрҙәренә кисектергеһеҙ ихтыяж барлыҡҡа килде. Уларҙың роленең әһәмиәте унда бик юғары, сөнки яраланған һуғыш-сының ғүмере беренсе сәғәттәрҙә ҡайҙа һәм нисек ярҙам күрһәтеүгә бәйле. Арктик мотоукчылар бригадасыныn Якташыбыз «Вандам» позывнойлы штурм ротаһы фельдшеры МХО зонаһында хәрби медиктарҙың хәүефле шарттарҙа эш итеүе тураһында ишетеп кенә белмәй. Ул телефондан һөйләшкeндә, хеҙмәттәштәренең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыусы изге эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Егет ауылда ябай эшсе ғаиләһендә тыуған. 2004 йылда, урта мәктәпне тамамлағас, Өфөләге сәйәсәт, иҡтисад hәм юриспруденция колледжына уҡырга керә. Ләкин бер йылдан һуң, йәш егет үҙенең ҡарарын үҙгәртә һәм Бәләбәй медицина колледжына уҡырға бара. Уҡыуын уңышлы тамамлап, фельдшер дипломы алған йәш белгес сроклы хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәте Мәскәү өлкәһенең Чехов ҡалаһында уҙа. 2010 йылда, Рәсәй Армияһы сафтарынан демобилизацияланғандан һуң, ул Өфөлә ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләй башлай. Студент йылдары уҡыған hәм студент булған hәр кем өсөн хәтерҙә ҡала, hәм курсташтар туғандарға әүерелеп, улар менән аралашыу ҡайһы берҙә ғүмер буйы дауам итә. Элекке курсташтар — медицина колледжын тамамлаусылар шулай уҡ үҙ-ара аралашкан. Беҙҙең мәҡәлә геройының төркөмдәштәренең береһе Мурманск өлкәһендә фельдшер вазифаһында хеҙмәт иткән, махсус хәрби операция башланғас, ул  контракт төҙөп, фронтҡа киткән. «Кинйә» позывнойлы хәрби фельдшер унда барған ваҡиғалар тураһында дуҫтары менән уртаҡлашҡан hәм медицина хеҙмәткәрҙәренең етешмәүе тураһында хәбәр иткән. Яҡташыбыҙ, бик оҙаҡ уйлап тормайынса, үҙенең илебеҙ тыныслығы өсөн һәм ябай булмаған шарттарҙа яралы һуғышсыларға ярҙам итеү өсөн кәрәк икәнлеген үҙе өсөн мөһим тип тапҡан. 2024 йылдың  27 майындаүҙенең тыуған көнөндә ул Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, курсташы менән махсус хәрби операция зонаһына киткән.

«Вандам», «Кинйә» hәм «Каспер» позывнойлы өс курсташ бөгөн Херсон йүнәлешендә Арктик мотоуҡсылар батальоны составында яралы һуғышсыларға беренсе медицина ярҙамы  кyрһәтә. Фронттың алғы һыҙығындағы  медиктар күптән инде яугирҙәр араһында «һаҡлаусы фәрештәләр» тигән рәсми булмаған статус алған. Улар яраланыусыларҙы үлем тырнағынан ҡотҡара, пулялар һыҙғырған hәм снарядтар шартлаған урындарҙа беренсе ярҙам күрһәтә. Yҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ауыр яралыларҙы хәүефһеҙ зоналарға эвакуациялайҙар.

Хәрби фельдшер махсус хeрби операция зонаһында яралыларға hәм ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса күп бурыстарҙы үтәй. Ул беренсел тикшеренкү үткәрә, хәлде баһалай, кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтә, зыян күреүселәрҙе төрҙәргә айыра һәм эвакуациялай, медицина документацияһын алып бара hәм профилактика эшендә ҡатнаша. Ваҡытында hәм квалификациялы ярҙам күрһәтеү яралы һуғышсыларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала. Эш ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. Хәрби хәрәкәттәр, сикләнгән ресурстар hәм юғары йөкләмә шарттарында эшләргә кәрәк. Быларҙың барыһына ла түҙергә берҙәмлек һәм үҙ-ара ярҙамлашыу, медицина персоналының башҡа ағзалары һәм хәрби подразделениелар менән хеҙмәттәшлек ярҙам итә.

Тыйнаҡ прапорщик аҙ һүҙле, хеҙмәте тураһында һөйләргә яратмай: «Мин ғәҙәттән тыш бер нимә лә эшләмәйем, бары тик үҙ эшемде генә башҡарам. Гражданкала ашығыс ярҙамда фельдшер булып эшләнем, ләкин фронтта нығыраҡ кәрәкмен, тип уйланым. Бында тылдағы кеүек yк эшләйем — кешеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалам. Беҙ алғы һыҙыҡта ла эшләйбеҙ, барлыҡ егеттәр менән бергә окопта торам.

Фельдшер яугирҙең яраланыуын күргәс, уның янына шыуышып барып, беренсе ярҙам күрһәтә, ауыртыуын кәметә, hәм ҡан юғалтмау өсөн жгут һала. Йыш ҡына — былар мина-шартлау йәрәхәттәре. Артабан яралыны хәүефһеҙ урынға күсерергә кәрәк, ә артабан инде уны госпиталгә оҙаталар». Уның һөйләүенән мин уның штурм операцияларының береһендә яралы хеҙмәттәштәрен нисек алып сыҡҡандарын белдем, ә был ваҡытта улар өҫтөндә ауыр артиллерия атҡан — эргәләгe биш снаряд осоп килгән, күктә баш осонда дрондар осҡан.

— Башта ҡурҡыныс булды, — ти яугир. — Ашығыс ярҙам машинаһында эшләгәндә, мңә барыһын да күргәнмен кеүек тойола ине. Ләкин алғы һыҙыҡҡа эләккәс, тәүге һуғышта ауыр булды. Тик артабан бер аҙ өйрәнеп, бындағы шарттарға яраҡлашаһың. Yҙеңде ҡулға алырға ғына кәрәк. Беренсенән, беҙҙең һуғышсыларҙың хаҡлы эше өсөн һуғышыуы көс бирә. Ә яугирҙәр аяҡҡа баҫҡас һәм рәхмәт һүҙҙәре әйткәс, әлбиттә, үҙеңде кәрәкле итеп хис итәһең һәм башҡарылған эшеңдән ҡәнәғәтлек тояһың.

Ғәзи МӨХӘМӘТОВ.

Фото шәхси архивтан.

Алғы һыҙыҡтағы һаҡлаусы фәрештәләр
Алғы һыҙыҡтағы һаҡлаусы фәрештәләр
Автор:
Читайте нас