

Автомобиль медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында урын өҫтөндә ятҡан ауырыуҙарҙы тиҙ ташыу, шулай уҡ дүрт кешегә тиклем ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Был транспорт барлыҡ уңайлыҡтар менән тәьмин ителгән: артҡы ултырғыстар йыйыла, медицина ҡорамалдары һәм носилкалар өсөн урын бушатыла.
Салонда хәүефһеҙ ташыу өсөн бөтә кәрәкле элементтар ҡаралған: балалар өсөн хәүефһеҙлек ҡайыштары, махсус ҡабул итеү ҡоролмаһы, һауаны зарарһыҙландырыу өсөн күтәргестәр һәм рециркулятор.
Баш табип Марат Абдуллин билдәләүенсә, яңы һатып алынған автомобиль райондың алыҫ ауылдарында йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырасаҡ. Ул әле үк дауахана эшендә файҙаланыла.
https://vk.com/wall-212710208_1679