

Юрий Сәмиғулла улы Низамов юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтеп, 2007 йылдан бирле район хәкимиәтенең мәғариф бүлегендә хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса баш белгес булып эшләй. Был коллективта эшләүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул эш осоронда үҙен инициативалы, яуаплы, грамоталы һәм квалификациялы белгес булараҡ танытҡан. Ә былай уның дөйөм эш стажы 40 йыл тәшкил итә.
Юрий Сәмиғулла улы Низамов етәкселегендә мәғариф ойошмалары командалары муниципаль һәм республика конкурстарында даими ҡатнаша. "Бала саҡтың имен юлдары" конкурсында район командаһы республика этабында IV урынды, балалар юл-транспорт травматизмы буйынса.
"Хәүефһеҙ тәгәрмәс" конкрусында район мәктәптәре командаһы Башҡортостан Республикаһының алтмыш биш районы һәм туғыҙ ҡалаһы араһында 5-cе урынды яуланы, Ҡушйылға мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Петров Л.И. "Хәүефһеҙ тәгәрмәс" республика конкурсында (2023 йыл) 1-се урынды алды, электр хәүефһеҙлеге буйынса бәйгелә райондың 28 педагогик хеҙмәткәре ҡатнашты, бында Бишбүләк ауылының 3-cө мәктәп педагогы Кудряшова О.К. 2-cе урын яуланы. Балалар ижады үҙәге коллективы педагогтары 1-cе урынды алды. Уның дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларының командалары төрлө конкурстарҙа һәм уның етәкселеге аҫтында үткәрелгән ярыштарҙа ирешкән уңыштары тураһында “Яҡты юлдан” гәзитендә даими баҫылып тора.
Юрий Сәмиғулла улы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға индергән өлөшө, районда уҙғарылған сараларҙы һәм командаларҙы яҡшы әҙерләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске Эштәр Министрлығы ЮХДДИ идараһының Рәхмәт хаты, район мәғариф ойошмаларында янғын хәүефһеҙлеге буйынса саралар үткәргәне, йәш янғын һүндереүселәр дружинаһы командаларын әҙерләгәне өсөн Бишбүләк ауылындағы 68-cе янғын часынан Рәхмәт хаты, намыҫлы хеҙмәте өсөн район хәкимиәтенән Маҡтау грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәғәриф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы (2024 йыл) менән бүләкләнде.
Шулай уҡ Ю.С.Низамов муниципаль райондың хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомсто-ара комиссияһы ағзаһы, мәғариф бүлегенең беренсел профсоюз ойошмаһы булып тора.
Владимир СМОЛОВ,
Автор фотоһы.