Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
21 Август 2025, 02:35

Алмалы-эремсекле дүртмөйөштәр

Алма сезонында сәй янына тәмлекәс бешерәйек

Алмалы-эремсекле дүртмөйөштәрАлмалы-эремсекле дүртмөйөштәр
Алмалы-эремсекле дүртмөйөштәр

❇ ️Ингредиенттар:
▪️Эремсек 250 г
▪️Йомортҡа 2 шт
▪️Шәкәр 70 г
▪️Он 250 г
▪️Үҫемлек майы 1 аш ҡалағы
▪️Алма 1-2 шт
▪️Тоҙ 1/2 балғалаҡ
▪️Сода 1 балғалаҡ
▪️Ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы

❇️ Әҙерләү:
▪️Һауытҡа йомортҡа,шәкәр, тоҙ, үҫемлек майын һалып болғатабыҙ.
▪️Килеп сыҡҡан массаға эремсек өҫтәп тағы болғатабыҙ.
▪️Алмаларҙың тышын таҙартып, эсен алып ташлап,ваҡлап турайбыҙ һәм алдан эшләгән массаға ҡушып болғайбыҙ.
▪️ Шунан һуң сода, он өҫтәп , ҡамыр баҫабыҙ.
▪️Ҡамырҙы йәйеп өҫтөнә он һирпәбеҙ, йәймә 7-8 мм ҡалынлыҡта булырға тейеш
▪️Ҡамыр йәймәһен махсус тулҡынлы бысаҡ ярҙамында бәләкәй дуртмөйөштәргә бүләбеҙ.
▪️Плитаға табаны ҡуйып, үҫемлек майы ҡойоп эҫе майҙа ике яғы ҡыҙғылт төҫөнә ингәнсе дуртмөйөштәрҙе ҡыҙҙырабыҙ.
▪️Өҫтәлгә дуртмөйөштәрҙең өҫтөнә шәкәр пудраһын һибеп, йылы килеш бирәбеҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 💕

Алмалы-эремсекле дүртмөйөштәр
Алмалы-эремсекле дүртмөйөштәр
Алмалы-эремсекле дүртмөйөштәр
Автор:
Читайте нас