Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Август 2025, 02:37

Башҡортостанға йәнә экстрасенстар килгән

"Битва экстрасенсов" тапшырыуы геройҙары был юлы бер ауылда йәшәгән 16 кешенең сәйер үлемен тикшерә.

Башҡортостанға йәнә экстрасенстар килгәнБашҡортостанға йәнә экстрасенстар килгән
Башҡортостанға йәнә экстрасенстар килгән

"Битва экстрасенсов" тапшырыуы геройҙары Башҡортостанда бер ауылда йәшәгән 16 кешенең үлемен тикшерә. Әбйәлил районының Селивановка ауылына шундай маҡсат менән "Битва экстрасенсов" проектын төшөрөү төркөмө килде. Был хаҡта "Әбйәлил" гәзите хәбәр итә. 

Билдәле булыуынса, урындағы халыҡ программаға тораҡ пунктның ни өсөн юҡҡа сығыуын һәм ауыл өҫтендә ҡарғыш-фәлән булыу-булмауын асыҡлау өсөн мөрәжәғәт иткән. 16 кешенең барыһы ла, шул иҫәптән йәштәр ҙә, уҙған йылда вафат булған. Бының сәбәптәрен "Битва экстрасенсов"ның 18-се сезонында ҡатнашҡан Виктория Райдос, шулай уҡ 23нче сезонда еңеүсе булған Ангелина Изосимова бергәләп эҙләйҙәр.

Был турала тиҙҙән тапшырыу эфирға сығасаҡ. 

Башҡортостанға йәнә экстрасенстар килгән
Башҡортостанға йәнә экстрасенстар килгән
Башҡортостанға йәнә экстрасенстар килгән
Автор:
Читайте нас