Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
22 Август 2025, 07:35

Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?

Халыҡ медицинаһы ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүҙең төрлө ысулын тәҡдим итә. 

Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?

Ҡарабойҙай менән  кефир  

Кистән  бер ст акан ҡарабойҙай ярмаһын йыуып, таҙартып, өҫтөнә 0,5 л кефир ҡойоп әҙерләп ҡуйырға. Йоҡонан торғас,  шуның яртыһын – иртәнге аш урынына, ҡалған өлөшөн йоҡлар алдынан ашарға кәрәк. Башҡа ваҡытта ғәҙәттәгесә туҡланырға. Ун көн ошондай кефир эскәндән һуң, ун көн ял итеп, унан тағы ҡабатларға.

Ял ваҡытында көнөнә  бишәрҙән өрөк сәтләүеге ашағанда файҙаға ғына. Бер айҙан һуң ҡандағы шәкәр кимәлен  тикшертергә мөмкин, ул кәмергә тейеш. Ул ғына ла түгел,  ул ҡан тамырҙарын нығытып, холестерин кимәлен кәметеүгә лә булышлыҡ итә.

Бюргер күнегеүҙәре ярҙамында

Күнегеүҙе иртән йоҡонан уянғас та эшләргә кәрәк.   Ятҡан килеш аяҡтарҙы  30 см бейеклеккә күтәреп, 3 минут шул килеш тоторға. Һуңынан уларҙы иҙәнгә төшөрөп карауат ситенә ултырырға. Аяҡтарға ҡан барһын өсөн   өс минут шулай ултырырға кәрәк. 10-15 минут буйы  берсә ятып, берсә ултырып, ошо күнегеүҙәрҙе көн һайын ҡабатлаарға.

Лимон менән сей йомортҡа

Бер лимон һутын  һәм сей йомортҡаны ҡушып бутарға һәм килеп сыҡҡан ҡатнашманы    иртәнсәк ас ҡарынға эсергә.  Дауаланыу курсы – өс көн. Шунан ун көн туҡтап торғандан һуң, тағы өс көн эсергә мөмкин.

Лавр япрағы

10 лавр япрағын алып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм  йылы урында бер тәүлек төнәтергә.  Был төнәтмәне ашарҙан  ярты сәғәт алда ¼ стакан эсергә. Лавр япрағы төнәтмәһен ике аҙна  эсергә кәрәк.  Ул шулай         уҡ ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.

Куркума

Ҡандағы шәкәр кимәлен куркума бик яҡшы төшөрә. Бының өсөн  бер семтем тәмләткескә  бер стакан ҡайнар һыуға ҡойоп,  шуны иртәле-кисле эсергә. Уны төрлө ашамлыҡ әҙерләгәндә лә ҡушырға мөмкин. Куркума шулай уҡ ҡанды   таҙарта, аш эшкәртеү процесын да яйға һала.

Уҫаҡ ҡайырыһы

Ике   ҡалаҡ  уҫаҡ ҡайырыһына  ике стакан һыу ҡойоп, ярты сәғәт талғын утта бешерергә. Һуңынан термоста йәиһә йылы урынға ҡуйып 2 – 3 сәғәт төнәтергә. Был төнәтмәне ашарҙан бер нисә минут алда эсергә кәңәш ителә. Ул ҡандағы шәкәр кимәлен бик тиҙ төшөрә.

Үләндәр төнәтмәһе

Көртмәле емешен, кесерткән япрағын һәм бәпембә тамырын бер үк күләмдә алып, ҡайнар һыу ҡойоп термоста төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне  көн дауамында яртышар стаканлап эсергә.

Ташҡабаҡ орлоғо –ҡандағы шәкәр күләмен төшөрөргә булышлыҡ итеүсе аҙыҡтарҙың береһе. Ул файҙалы матдәләр сығанағы. Орлоҡта тимер күп, ул үҙ сиратында ҡан тамырҙарын нығыта, уның составын яҡшырта, үҙенә кәрәкле матдәләрҙе алғанлыҡтан йөрәк тибеше лә яҡшыра, яйға һалына. Ташҡабаҡ орлоғо тирегә лә ыңғай тәьҫир итә.

Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ: 150 грамм таҙартылған ташҡабаҡ орлоғо, ярты балғалаҡ дәрсен/корица/,4-5 финик.

Орлоҡто һигеҙ сәғәт ебетәбеҙ ҙә, һыуын түгеп, дүрт стакан таҙа һыу ҡушып блендерҙа иҙәбеҙ. Марля аша һөҙөп алғас, дәрсен, финикты ҡушып, тағы блендерҙа ваҡлайбыҙ. Әҙер эсемлекте быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Көн дә иртән ас ҡарынға, ашарҙан ярты сәғәт алда 100-әр грамлап эсәбеҙ. Дүрт көн шулай дауаланырға, артабанғы дүрт көн – ял.

Эстәге ҡорттарҙан ҡотолоу өсөн дә эсергә була.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
Автор:
Читайте нас