

Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, 23 һәм 24 августа яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.
Шәмбе, 23 августа, төндә һауа температураһы +8, +13 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ +23, +28 градусҡа тиклем.
Йәкшәмбе, 24 августа, төндә +12, +17 градус булыуы көтөлә. Көндөҙ термометр бағанаһы +25, +30 градусҡаса күтәрелә. Рәсәй гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе аҙна башында эҫелек кәмейәсәк.
Дүшәмбе, 25 августа, яуым-төшөм фаразлана.
Киләһе аҙнаның уртаһына көндөҙ +23 градусҡаса һалҡынайта, төндә +11, + 12 градус була.
Башинформдан.