Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
22 Август 2025, 14:14

Бишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылды

 Район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда республикала уҙыусы "Армия мәҙәниәте көндәре" фестивале сиктәрендә төп ваҡиғалар башланды

Бишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылдыБишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылды
Бишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылды

Был илһөйәрлек менән һуғарылған саралар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды.

Район хәкимиәте банаһы алдындағы майҙанда Бишбүләк районының Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған күргәҙмә әҙерләнгәйне. Был сараға бөгөнгө заман геройҙары, 'Беренселәр хәрәкәте' ағзалары, «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте ҡатнашыусылары, мәктәп уҡыусылары һәм район халҡы  ҡатнашты.

Майҙандың бер рәтендә көҙгө муллыҡтан йәрминкә ойошторолдо. Районыбыҙ ирекмәндәре алдан уҡ "Теремок"кафеһына төрлө емеш-еләк, һуттар, ҡыуаҡ үҫентеләре, сүлмәктәге сәскә-гөлдәр, банкаларҙа салат-ҡайнатмалар килтерҙе. Шулай уҡ ҡул эштәрен һатып, аҡсаны МХО-лағыларға тапшырыусылар күп булды. Мәҫәлән, район мәсетендә эшләп килгән "Изгелек" волонтерҙар штабы был юлы ла һатыуға өй туҡмасы, бауырһаҡ, төрлө ҡайнатмалар әҙерләп алып килгән. Улар тиҙ арала әйберҙәрен һатып, йыйылған сумманы (14 мең һум)  махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеү өсөн тапшырҙы. 

"Армия мәҙәниәте көндәре" фестивале сығыштар, патриотик рухтағы йырҙар, шиғыр һөйләүҙәр менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ тантаналы шарттарҙа илдең йәш граждандары үҙҙәренең төп документын – Рәсәй федерацияһы гражданы паспортын алды. Бөгөнгө мөһим сара автоуҙыш менән тамамланды. 

 

Бишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылды
Бишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылды
Бишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылды
Бишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылды
Бишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылды
Бишбүләктәр "Армия мәҙәниәте көндәре"нә ҡушылды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас