

2025 йылдың башынан “Кадрҙар” милли проекты ярҙамы менән (национальный проект “Кадры”) Башҡортостандан 900-ҙән ашыу кеше яңы һөнәр үҙләштереү, йәки квалификация камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә булған. Был турала республика Хөкүмәте хәбәр итә.
Йыл һайын төбәктең компанияларында һөнәри уҡыу курстары үткән 80 проценттан ашыу тыңлаусы эшкә урынлаша. Былтыр уҡыу үткән кешеләрҙең 82 проценты яңы эш тапҡан йәки үҙҙәренең эш урынын һаҡлап ҡалған.
-Быйыл хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡты күтәреү өсөн ярҙамға мохтаждарҙың күпселеге компьютер технологиялары менән бәйле һөнәрҙәр һайланы. Мәҫәлән, “Мәғлүмәт ресурстары һәм нейроселтәрҙәр менән бәйле эш буйынса белгес”, “Мәҙәниәт өлкәһендә яһалма интеллект ҡоралдары” һәм башҡалар. Беҙҙең республикала барлығы 105 белем биреү программалары һәм курстары эшләй, - тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Бушлай уҡытыу курсына махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылар, эшһеҙҙәр һәм эш эҙләүселәр, өс йәшкә тиклемге бала ҡарау ялында ултырыусы ата-әсәләр, 35 йәшкә тиклемге йәштәр, пенсия йәше алдындағылар һәм 50 йәштән өлкәндәр, инвалидтар яҙыла ала.
Курсты тамамлаусыларға рәсми документ, танытма, ҡабаттан әҙерлек тураһында диплом бирелә.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
bashgazet.ru