Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
29 Август 2025, 03:36

Гран-при яуланы

Раил Едихановтың фестивалдә еңеүе уның талантын һәм оҫталғын танытты

Гран-при яуланыГран-при яуланы
Гран-при яуланы

16 августа Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейында Башҡортостан Республикаһының «Тура хан» визит-үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар йылына hәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80-йыллығына бағышланған үҙешмәкәр башҡарыусыларҙың  ижади коллективтарының «Гармун телдәрендә — күңел» төбәк-ара  фестивале уҙҙы.

Сәхәнәгә Башҡортостандың төрлө райондарынан гармунсылар, баянсылар hәм Татарстандың йыр-моң һөйөүселре йыйылды. «Гармун телдәрендә күңел» фестивале төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе, төрлө ерҙән килгән талантлы музыканттарҙы һәм халыҡ музыкаһын яратыусыларҙы берләштергeн сағыу сараға әүерелде. Сәхнәнән аҡҡан гармун, баян, тальян моңдары тамашасыларҙың күңелдәрен хисләндерҙе, йылы иҫтәлектәр, үҙ мәҙәниәттәре менән ғорурланыу хисе уятты.

Был мәҙәни сарала Раил Рөстәм улы өс уйын ҡоралында татар халыҡ йырҙарынан hәм бейеүҙәренән попурри башҡарҙы. Фестиваль сиктәрендә яңғыҙ башҡарыусылар ҙа булды, уларҙың һәр береһе үҙенең программаһын тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар гармунда уйнау оҫталығын, аранжировкаларҙың үҙенсәлеген hәм халыҡ музыкаһын тәрән аңлауҙарын күрһәтте. Тамашасылар, артистарҙы алҡыштарға күмеп, hәр сығышты һоҡланып ҡабул итте.

Фестивалдә патриотик тематикаға айырым иғтибар бирелде. Күп кенә сығыштар Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлығына hәм Бөйөк Ватан һуғышында халыҡтың ҡаhарманлығына арналғайны. Раил Рөстәм улының еңеүе уның талантын hәм оҫталығын таныуға лайыҡ булды. Ул уйын ҡоралдарында оҫта уйнауы, эмоционаллеге менән айырылып торҙо. Райондашыбыҙ үҙенең матур сығышы менән жюри hәм тамашасыларҙың йөрәген яуланы, был сығыш бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

«Гармун телдәрендә күңел» төбәк-ара фестивале халыҡ музыкаһын һаҡлау hәм популярлаштырыу, шулай уҡ төбәктәр араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу майҙансығы буларакҡ үҙенең әһәмиәтен  тағын бер тапҡыр раҫланы. Сара тамашасыларға онотолмаҫлыҡ минуттар һәм ыңғай эмоциялар бүләк иткән ысын күңел байрамына әүерелде.

Галина ВАРИКОВА.

Фото Раил Едихановтың шәхси архивынан.

Гран-при яуланы
Гран-при яуланы
Автор:
Читайте нас