Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
1 Сентябрь 2025, 09:59

Һаумы, мәктәп!

Айыт урта мәктәбенең Ҡаныҡай ауылындағы филиалында Белем көнөнә арналған тантана бик матур үтте

Һаумы, мәктәп!Һаумы, мәктәп!
Һаумы, мәктәп!

Бөгөн – 1 сентябрҙә районыбыҙҙың барлыҡ белем биреү усаҡтарында ла Белем байрамы билдәләп үтелде. Ҡулдарына сәскә бәйләмдәре тотҡан малай һәм ҡыҙҙари бер йылға үҫеп, яңынан уҡыу йылын башлап ебәрҙе. Уҡыу йорттары ҡабат ҡыңғырау сыңына һәм балаларҙың шат тауыштарына күмелде. 

Ҡаныҡай мәктәбендә лә ошо уңайҙан тантаналы сара үтте. Мәктәп уҡыусыларын, педагогик коллективты, ата-әсәләрҙе, ауыл халҡын байрам уңайы менән Бикҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Нуриман улы Әхмәтшин ихлас тәбрикләне һәм уңыштар теләне. Ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған депутат Раян Хәлиуллин да уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотланы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилара Минулла ҡыҙы уҡыусыларҙы белем үрҙәренә әйҙәйәсәк, ошо мәктәптә бер нисә быуын балалар уҡытҡан Флорида Мирза ҡыҙы Сабитова мәктәпкәсә кесе йәштәгеләр менән (алты бала) шөғөлләнәсәк.

Яңы уҡыу йылы яңы ҡаҙаныштар алып килһен, хәйерле сәғәттә!

Һаумы, мәктәп!
Һаумы, мәктәп!
Һаумы, мәктәп!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас