

”Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу барышында Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы стериль эндоскоптарҙы киптереү һәм һаҡлау өсөн шкаф алған. Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бындай шкаф санитар шарттарҙы ныҡ һаҡлай һәм инструментты дөрөҫ һаҡларға, киптерергә ярҙам итә, медицина ҡорамалына зыян килмәүенә булышлыҡ итә.
– Яңы ҡорамалдар ярҙамында пациенттарға медицина ярҙамын яҡшыртыуҙы дауам итәбеҙ, юғары сифатлы хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ һәм район халҡының һаулығын һаҡлайбыҙ, – тип билдәләй Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Марат Абдуллин.
Быйыл “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” республика программаһын тормошҡа ашырыу саралары аша Башҡортостанда 99 автотранспорт һәм 4,5 меңдән ашыу ҡорамал һатып алыу, алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу, туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәреү, шулай уҡ 134 модуль конструкция һатып алыу һәм ҡуйыу планлаштырыла.
РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса быйылдан яңыртылып ғәмәлгә ашырылған милли проекттар ошондай яҡшы үҙгәрештәргә өлгәшергә булышлыҡ ҡыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
bashgazet.ru