Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
3 Сентябрь 2025, 02:28

Сентябрь айына һынамыштар

Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.

Сентябрь айына һынамыштарСентябрь айына һынамыштар
Сентябрь айына һынамыштар

Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр.
Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә.
Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә.
Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә.
Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкестәр күп булһа – Раштыуа алдынан бурандар булыр.
Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа һуң килер.
Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә - ҡыш оҙон булыр.
Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
Ә хәҙер һәр көнгә ҡарата һынамыштар:
3 сентябрҙә ҡайын япраҡтары һарғайып бөтһә - әбейҙәр сыуағы оҙаҡ һаҡланыр, һалҡын һуң килер.
4 сентябрҙә көн ҡояшлы булһа – октябрь йылы килер.
6 сентябрҙә яуған ямғыр ҡоро көҙгә һәм киләһе йылға муллыҡ юрай.
10 сентябрҙә үрмәкселәр күп күренһә - ҡыш ҡарлы һәм һыуыҡ булыр.
11 сентябрҙә торналар йылы яҡҡа китһә - ҡыш иртә килер.
12 сентябрҙә үрмәкселәр үҫемлектәргә уралһа – көндәр йылы торор.
16 сентябрҙә иртән томан төшһә - ҡоро, аяҙ көндәргә ишара.
18 сентябрҙә урманда миләш әҙ икән – октябрь ҡоро, күп булһа – яуымлы килер.
20 сентябрҙә шыршы тубырсыҡтары күп булһа – киләһе йылда иген культураһы, борсаҡ һәм ҡыяр уңыр.
23 сентябрҙә бәшмәктәр күп булһа – ҡар аҙ булыр һәм киреһенсә.
24 сентябрҙә ҡырмыҫҡалар ояларын бейек итеп өйһә - ҡыш һыуыҡ булыр.
28 сентябрҙә торналар киткәндән һуң, өс аҙнанан һуң һыуыҡтар башланыр.
29 сентябрҙә йылы яҡҡа китмәгән сыйырсыҡтарҙы күрһәгеҙ – октябрь йылы килер.
30 сентябрҙә торналар осһа – рустарҙың Покрау көнө (14 октябрь) һыуыҡ булыр.

Сентябрь айына һынамыштар
Сентябрь айына һынамыштар
Автор:
Читайте нас