

Өфөләге 13-сө дауаханаға, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, күҙҙәрҙе тикшереү аппараты алынды. Учреждение авторефрактометр ҡорамалына байыны. Аппарат автоматик рәүештә күҙҙәрҙең яҡтылыҡты һындырыу һәләтен тикшерә. Ул шулай уҡ күрәғарашлыҡты, яҡын күреүсәнлекте, астигматизмды һәм башҡа тайпылыштарҙы асыҡлай.
Эш принцибы – инфраҡыҙыл нурҙарҙы пациент күҙенә йүнәлтеү һәм махсус датчиктар ярҙамында селтәрле шекәрәнән уларҙың сағылыуын анализлауҙа. Процедура тиҙ һәм ауыртыу тыуҙырмай. Аппарат алынған мәғлүмәт буйынса күҙҙең оптик үҙенсәлектәрен билдәләй һәм пациентҡа күҙлек йәки контактлы линзалар һайларға ярҙам итә.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: bashgazet.ru