Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Сентябрь 2025, 06:06

Икеләтә шатлыҡ!

Башҡорт эстрадаһы йондоҙо Зәйнетдиндең улы тыуған

Икеләтә шатлыҡ!Икеләтә шатлыҡ!
Икеләтә шатлыҡ!

Август аҙағында Заһир Зәйнетдинов"Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән абруйлы исемгә лайыҡ булғайны. 

- Ижад юлымда осоштар ҙа, ҡолауҙар ҙа, шатлыҡтар ҙа, һынауҙар ҙа булды... Уның ҡарауы, былар барыһы ла мине көслөрәк итте. Мәҙәниәт үҫешенә үҙ өлөшөмдө индереп, тыуған республикам һәм бөтә Рәсәй мәнфәғәтенә хеҙмәт итә алыуым менән бәхетлемен, - тине ул белдерҙе ул. 

Әле иһә билдәле артист йәнә шатлығы менән уртаҡлашҡан.

«Улым. 08.09.2025», — тип яҙған артист һәм ҡатыны Регинаға рәхмәт белдергән. Зәйнетдиндең ижадын һөйөүселәр уға улы тыуыуы айҡанлы йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткергән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Зәйнетдин икенсегә атай булды. 2023 йылда уның ҡыҙы тыуғайны.

https://www.bashinform.ru

Икеләтә шатлыҡ!
Икеләтә шатлыҡ!
Автор:
Читайте нас