Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Сентябрь 2025, 06:17

Көн торошо

Һауа температураһы түбәнәйә башлай

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

БЬөгөн, 9 сентябрҙә, һауа торошо тышта көҙ булыуын иҫкә төшөрә. Температура түбәнәйеү курсын аласаҡ. Көндөҙ Башгидромет метеорологтары иң күбе +17 градус вәғәҙәләй. Ә төндә ҡайһы бер райондарҙа +5 градусҡа тиклем һыуыта. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа.

Иртәгә, 10 сентябрҙә, төндә урыны менән температура +2 градусҡа тиклем төшә. Көндөҙ бер градусҡа йылыраҡ — +18 градусҡа тиклем. Төндә ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ яуым-төшөмһөҙ.

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, температура түбәнәйеүен дауам итәсәк. Кесаҙна, 11 сентябрҙә, көндөҙ ни бары +12 градус була. Ямғыр яуыу ихтималлығы арта.

Ял көндәрендә йәнә бер аҙ йылыта — көндөҙ +17 градусҡа тиклем. Йома, шәмбе һәм йәкшәмбелә ҡоро, ҡояшлы һауа торошо көтөлә.

bashgazet.ru

Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас